Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
24 Июнь 2022, 09:50

Юл ҡағиҙәләрен онотма!

Йәйгеһен балалар буш ваҡыттың күпселек өлөшөн урамда уйнап үткәрә. 

Юл ҡағиҙәләрен онотма!Юл ҡағиҙәләрен онотма!
Юл ҡағиҙәләрен онотма!

Бала өсөн каникулдар күңелле үтһен өсөн, ата-әсәләргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлатырға кәрәк.
! Юлды тейешле урында сыҡ.
!Иң тәүҙә һулға, унан уңға ҡара. Машина юҡлығына ышанғас ҡына, юл аша сығырға мөмкин.
!Машинаға ултырғас ҡайышыңды атай, әсәй эләктерергә онотмаһын, яҡтылыҡты сағылдырыусы ленталар ҙа бик кәрәк. Сөнки бала баҡсаға килгәндә ата-әсәһе менән атлап, йә машинаға ултырып килә. Ул ололарға ҡарап һәм үҙенең белеменә таянып юлда нисек хәрәкәт итергә өйрәнә һәм иҫендә ҡалдыра. Был эште ҡабатлап та торор кәрәк.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрә. Беҙ бәхетле һәм хәүефһеҙ бала саҡ өсөн!

Фото: https://vk.com/srgazeta 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас