

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул ағаһы менән йылға буйында уйнаған. Яндарында өлкән кешеләр булмаған. Ҡыҙыҡай тайып киткән һәм йылғаға ҡолаған. Малай шунда уҡ ярҙам һорап йүгергән. Өлкәндәр килеп еткән һәм баланың кәүҙәһен йылғанын һөйрәп сығарған. Уға ярҙам итергә тырышҡандар, әммә һуңлағандар...
Хәбәр ителеүенсә, ҡыҙыҡай өләсәһендә ҡунаҡта булған. Әле был хәлде тикшереү бара.
Йылы көндәрҙә йылғаға батыу осраҡтары бермә-бер арта. Шуға күрә, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!