Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июнь , 10:22

Ярты миллионға яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 63 йәшлек ханым мутлашыусылар тоҙағына эләккән.

Ярты миллионға яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Ярты миллионға яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре пенсионер ҡатынды алдап, унын банк иҫәбенән 400 мең һум аҡсаһын урлаған мутлашыусыларҙы эҙләй.
Полицияға 63 йәшлек Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатын мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүсе әйтеүенсә, уға билдәһеҙ ир шылтыратҡан һәм үҙен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкиле тип таныштырған. Шылтыратыусы уның банк иҫәбендәге аҡсаһын сисергә маташыуҙары хаҡында иҫкәрткән.
Артабан банк хеҙмәткәре тип танытҡан ир пенсионерға был хәлде булдырмау өсөн бер нисә операцияны үтәү кәрәклеген аңлатҡан. Мутлашыусы күрһәтмәһе буйынса ҡатын банк картаһының номерын, кодын әйткән. һөҙөмтәлә, ул банк иҫәбендәге 400 мең һум аҡсаһынан "елдәр иҫкән". Мутлашыусылар төп башына ултыртҡандарын аңлағас, пенсионер ханым полицияға мөрәжәғәт иткән. Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған, мутлашыусыларҙы эҙләү дауам итә.
Тағы берҙе иҫкәртәбеҙ: ят кешеләргә, бигерәк тә телефон аша шылтыратып, банк иҫәбе, картағыҙҙың кодын һораусыларға бер ваҡытта ла яуап бирмәгеҙ, уларҙың кәңәштәрен һәм күрһәтмәләрен үтәмәгеҙ. Һаҡ булығыҙ!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в