+30 °С
Болотло


Июлдә бында ҡар ята, аяҙ күк йөҙөн күҙ асып йомғансы дауыл ҡаплап ала. Тау һуҡмағы буйлап күтәрелгәндә сәйәхәтсе бер нисә ландшафт һәм климат зоналарын үтә: тайганан тундраға тиклем, үҙәндәрҙән поляр зонаға ҡәҙәр. Һәм бында бөтә хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр...
Беҙҙең роликты ҡарап илһамланып, Ирәмәлгә юлланығыҙ,дуҫтар!