Ашҡаҙар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июнь 2022, 11:13

ЙӘЙ: БАЛАЛАР ҺӘМ ЮЛ.

Балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларының барлыҡҡа килеүенә нисек булышлыҡ итә?Бының төп сәбәбе:бәлиғ булмағандарҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәүе.

ЙӘЙ: БАЛАЛАР ҺӘМ ЮЛ.
ЙӘЙ: БАЛАЛАР ҺӘМ ЮЛ.

Көндәр йылыныу менән урамдарҙа велосипедттарҙа, мопедтарҙа йөрөүселәр һаны арта. Ата-әсәләр балаға 14 йәш тулғандан һуң ғына үҙ аллы юлға сығырға рөхсәт ителеүе, хәрәкәт иткәндә наушниктарҙа музыка тыңларға, бигерәк тә телефондан һөйләшергә ярамағанлығы тураһында иҫкәртергә, велосипедтарының төҙөклөгөн тикшереп торорға тейеш.
Автомобилдәрҙең хәүефһеҙлек системалары пассажир балаларҙы һаҡлауға иҫәпләнмәгән. Шуға балаларҙы ултыртҡанда автокреслоны мотлаҡ ҡулланырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта баланы үҙегеҙ менән бергә бер ҡайышҡа эләктереү хәүефле. Ҡайыш пассажирҙың тәғәйен буйына һәм ауырлығына иҫәпләнгән. Баланы автомобилдә йөрөтөүҙең иң хәүефһеҙ ысулы – уның буйына һәм ауырлығына тап килгән автокресло ҡулланыу.
Дөрөҫ урынлаштырылған автокресло (автомобилдең артҡы ултырғысында уң яҡта) баланы бәрелешкәндә йә иһә башҡа киҫкен маневр яһағанда бәрелеүҙән һаҡлаясаҡ. Тимәк, ҡурҡыныс осраҡта баланың етди имгәнеүҙәре булмаҫҡа мөмкин.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлап ҡалуыға вайымһыҙ булмағыҙ. Уларҙы мәктәпкә оҙатҡанда, уйнарға сығарғанда юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Бала автомобилдең юғары тиҙлектә килеүен һәм йәйәүлене тапатмаҫ өсөн уны ҡапыл ғына туҡтатып булмағанлығын белһен.
 
Гөлназ Ғәрифуллина, Юл хәрәкәтен пропагандалау буйынса инспектор, ЮХХДИ бүлегенең полиция өлкән лейтенанты.

Фото авторы: Гөлназ Ғәрифуллина.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: