Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Июль , 18:30

Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү.

 Уҡыусыларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймау маҡсатында йәйге ял алдынан һәм каникул осоронда Стәрлетамаҡ ҡалаһында бик күп саралар уҙғарыла.

Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү.
Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү.

Балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларының күпселек өлөшө каникулдар осорона тура килә. Бының төп сәбәбе булып каникул осоронда балаларҙың шөғөлө, өлкәндәр яғынан контроль, юл хәрәкәтендә йәш ҡатнашыусыларҙың машиналар йөрөгән юлда үҙеңде хәүефһеҙ тотоу күнекмәләре булмауы тора.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү кәрәклеген көн һайын балаларығыҙҙың иҫенә төшөрөп тороғоҙ. Бала һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында булһын өсөн уларҙың ялын дөрөҫ планлаштырығыҙ.
Көндәр йылыныу менән урамдарҙа велосипедттарҙа, мопедтарҙа йөрөүселәр һаны арта. Ата-әсәләр балаға 14 йәш тулғандан һуң ғына үҙ аллы юлға сығырға рөхсәт ителеүе, хәрәкәт иткәндә наушниктарҙа музыка тыңларға, бигерәк тә телефондан һөйләшергә ярамағанлығы тураһында иҫкәртергә, велосипедтарының төҙөклөгөн тикшереп торорға тейеш.
Йәйге ваҡытта ҡала ситендәге автомобиль юлдарында ла юл-транспорт ваҡиғалары артыуына иғтибарығыҙҙы йүнәлтәбеҙ.
Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлеге 12 йәшкә тиклемге баланы йөрөткәндә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә һәм автокресло ҡулланырға кәрәклеген иҫегеҙгә төшөрә.
«7 йәштән 12 йәшкә тиклемге баланы йөрөткәндә автотранспорт сараһы баланың ауырлығына, буйына тап килгән махсус яйланмалар ҡулланып хәүефһеҙлек ҡайыштары йә иһә транспорт сараһы конструкцияһында ҡаралған хәүефһеҙлек ҡайышы менән йыһазландырылған булырға тейеш».

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в