Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июль , 10:24

Һеҙгә спорт клубына йөрөгән өсөн һалым ҡайтармаһы ҡаралған.

  Һалым ҡайтармаһы килемгә һалым түләгән һәр Рәсәй кешеһенә бирелергә тейеш.    

Һеҙгә спорт клубына йөрөгән өсөн һалым ҡайтармаһы ҡаралған.
Һеҙгә спорт клубына йөрөгән өсөн һалым ҡайтармаһы ҡаралған.


Аҡсаны нисек алырға:

- Һалым осоро тамамланғанға тиклем эш биреүсегә ғариза яҙырға - шул саҡта ҡайтарма суммаһы тотонолоп бөткәнсе ул эш хаҡығыҙҙың 13 процентын тотоп ҡалыуҙы ваҡытлыса туҡтатыр.
- Һалым инспекцияһына физик берәмектәрҙең килеменә һалым буйынса үҙаллы декларация (3-НДФЛ формаһы) тапшырырға.

Ғаризанан тыш, һеҙгә физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре күрһәтеүгә килешеү күсермәһе, касса чегы һәм банк иҫәбе реквизиттары кәрәк буласаҡ.

Һалым ҡайтармаһы спорт клубына йөрөгән өсөн айырым түгел, ә башҡа социаль ҡайтармалар (һалым түләүсене дауалауға, уҡытыуға һ.б.) менән бергә ҡайтарыла. Барлыҡ социаль ҡайтармалар өсөн йыллыҡ сығымдарҙың сикке күләмен (120 000 һум) закон сығарыусы әлегә элекке кимәлдә ҡалдырҙы.

Фитнесҡа ҡайтарма алыу өсөн физкультура-спорт ойошмаһы йәки шәхси эшҡыуар Рәсәй Хөкүмәте йыл һайын раҫлаған тейешле исемлеккә ингән булырға тейеш. Тимәк, ойошма (шәхси предприятие) ошо исемлеккә инмәгән осраҡта һалым түләүсенең НДФЛ буйынса социаль ҡайтармаға дәғүә итергә хоҡуғы юҡ.

Мөһим! «Спорт» ҡайтармаһын үҙеңә генә түгел, балаларға ла алырға мөмкин. Ул саҡта документтар пакетына тыуыу тураһында таныҡлыҡ өҫтәргә тура киләсәк. Балаға спорт һалым ҡайтармаһының максималь күләме 6500 һумдан артмай.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в