Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Август 2022, 16:30

Ике яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй геройы исеме бирелде.

Владимир Путин указы менән Өфөнән Максим Серафимовтың һәм Әбйәлил районынан Тамерлан Илһамовтың ата-әсәһенә Рәсәй Геройы йондоҙо тапшырылды.

Ике яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй геройы исеме бирелде.
Ике яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй геройы исеме бирелде.

- Әле бик ауыр тантана булды. Беҙ ошо егеттәрҙең ата-әсәләренә Рәсәй Геройы йондоҙҙарын тапшырҙыҡ. Ата-әсәләре иҫән. Беҙ шундай егеттәрҙең булыуы менән ғорурланабыҙ», - тип белдерҙе Хәбиров.

Шулай уҡ тағы дүрт яҡташыбыҙ: Өфөнән Альберт Аллағолов, Вадим Кельдин, Сибайҙан Егор Ефимов, Ҡырмыҫҡалы районынан Марсель Ҡорманалин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.

«Йәш кенә егеттәр, - тине Радий Хәбиров. – Берәүһенең балаһы һәм йөклө ҡатыны ҡалды, икенсеһенең дә хәләл ефете бәпәй көтә».

БАШИНФОРМ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: