Ашҡаҙар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Август 2022, 10:55

Парктарға исем уйлайыҡ!

Стәрлетамаҡта исемһеҙ парк һәм скверҙарға иң матур исемдәр тәҡдим итеү конкурсы старт алды.

Парктарға исем уйлайыҡ!
Парктарға исем уйлайыҡ!

Күптән түгел ошо идеяны ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тәҡдим итте.
Тәүге конкурс объекттары - "Салауат" кинотеатры алдындағы һәм уның артында урынлашҡан парктар һәм Социалистик урамы яғында урынлашҡан "Сода" мәҙәниәт һарайы эргәһендәге парк. Был конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Күрһәтелгән урындарҙың исемдәрен уйлап табырға һәм 13 авгусҡа тиклем ошо [email protected] электрон почтаға һалырға кәрәк.
Эксперт комиссияһы бөтә атамаларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, Стәрлетамаҡ хакимиәтенең "Бәйләнештә" vk.com/sterlitamak_adm  төркөмөндә аҙна дауамында иң яҡшы варианттар өсөн тауыш биреү ойошторасаҡ.


Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: