Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Август 2022, 15:12

ҘУР ТОРМОШҠА ЮЛ АСЫУСЫ.

Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһының уҡыу йорттарында яуаплы һәм тынғыһыҙ мәл – ҡабул итеү кампанияһы дауам итә. Юғары һәм урта һөнәри белем усаҡтарына уҡырға инеүгә ҡағылышлы яңылыҡтар, быйылғы кампанияның үҙенсәлектәре тураһында һөйләшеү, һөнәр һайлау алдында торған абитуриенттарға йүнәлеш биреү өсөн уҡыу йорттары директорҙары менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

ҘУР ТОРМОШҠА ЮЛ АСЫУСЫ.
ҘУР ТОРМОШҠА ЮЛ АСЫУСЫ.

Ҙур тормошҡа юл асыусы данлы уҡыу йорттарының береһе БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында ла ҡабул итеү комиссияһының эше гөрләп тора.
Уның директоры Сыров Игорь Анатольевич әйтеүенсә, былтыр 650-гән студент көндөҙгө уҡыу бүлегенә ҡабул ителһә, быйыл 700-ҙән ашыу беренсе курс студенттарын көтәләр, сөнки 2022-2023 йылдарҙа филиалға ҙур бюджет урындары бүленгән.
- Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы сифатлы белем һәм талап ителгән һөнәрҙәр өсөн баш ҡалаға йәки башҡа ҡалаларға барырға кәрәк булыуы тураһындағы стереотипты емерҙе. Филиалда студенттар өсөн уңайлы уҡыу, фәнни һәм йәмәғәт тормошо өсөн кәрәкле бөтә нәмәләр ҙә бар: Мультимедия ҡорамалдары, лингафон һәм компьютер кластары, заманса лабораториялар, коворкинг, технопарк, республиканың көньяғындағы иң ҙур китапхана, акт һәм уҡыу залдары бар. Студенттар беренсе курстан алып практика үтә, инвесторҙар эҙләп таба, киберспорт буйынса чемпионаттарҙа ярыша һәм университет өсөн ҡушымта уйлап таба, идеяларҙы тормошҡа ашыра һәм үҙенең эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам таба. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаусыларҙың 80 проценты уҡыу йортон тамамлағандан һуң бер йыл эсендә эшкә урынлаша,- ти Игорь Анатольевич.
- Беҙҙең уҡыу йортона килгән абитуриенттарҙың күбеһе юриспруденция, психология һәм педагогика факультетын,"Яһалма интеллект һәм компьютерҙар булдырыу", "Технологик процестар һәм производстволар хәүефһеҙлеге", "Сит ил теле (инглиз, немец)", "Тарих", "Иҡтисад", "Идара итеү" , "Дизайн" программаларын һайлай.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән уҡырға киләләр. Мәҫәлән, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы һ.б.
Ниндәй генә ойошманы алһаҡ та, беҙҙең уҡыу йортон тамамлаған белгестәр эшләй. Улар араһында етәксе вазифа биләүселәр ҙә, Хөкүмәт аппаратында, көс структураларында эшләүселәр ҙә бар.
- Йәштәрҙе ваҡытында уҡырға, юғары профессиональ белем алырға ынтылырға өгөтләр инем. Уҡыған кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Хәҙерге заманда айырыуса ҡайҙа ғына барһаң да, нимә генә эшләһәң дә белем кәрәк.Шуға күрә, сифатлы һәм юғары белем алырға беҙгә килегеҙ!- ти Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры,профессор, филология фәндәре докторы Сыров Игорь Анатольевич.

ҘУР ТОРМОШҠА ЮЛ АСЫУСЫ.
ҘУР ТОРМОШҠА ЮЛ АСЫУСЫ.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: