Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Август 2022, 15:33

ЧЕМПИОН БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ...

Спортты яратаһыңмы? Волейбол, футбол, хоккей, еңел атлетика, гимнастика, гер күтәреү менән шөғөлләнергә, һикерергә, йүгерергә теләһәң, әлбиттә беҙҙең Стәрлетамаҡ физик культура,идара итеү һәм сервис колледжына уҡырға килегеҙ, - ти колледж директоры Мусаҡаев Миҙхәт Биктимер улы.

ЧЕМПИОН БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ...
ЧЕМПИОН БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ...
Бөгөнгө көндә 300-гән абитуриент беҙҙең уҡыу йортона ғариза бирҙе. Ҡабул итеү кампанияһы бюджет урындарына ҡабул итеүҙе 25 августа тамамлай. Ә түләүле уҡыуға сентябрь айҙарында ла документтарҙы тапшырырға була. Быйыл беҙҙең колледжда яҡынса 300-гән бюджет урындары бар,- тине ул.
Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында төрлө йүнәлештәр буйынса уҡытыу эштәре киң йәйелдерелгән. Шулай ҙа бында ашҡыныусы абитуриенттарҙың күбеһе “Физик культура” , "Туризм", йүнәлештәрен һайлай икән. Әйткәндәй, был йүнәлеште тамамлаған студенттар физик культура уҡытыусыһы һәм төрлө спорт секцияларында тренер булып эшләй. Уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлеге бер-береһенән айырылғыһыҙ бәйләнгән.
Колледжда төрлө спорт төрҙәре буйынса 11 спорт секцияһы эшләй. Студенттар уҡыуҙан буш ваҡыттарында спорт буйынса шул секцияларҙа ла нығына. Бынан тыш “Факел” ирекмәндәр отряды булараҡ төрлө донъя кимәлендәге сараларҙы үткәреүҙә ҡатнаша, үҙҙәре лә шул сараларҙа сығыш яһай, ярҙам ҡулы һуҙа. Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында базаһында хатта донъя кимәлендәге төрлө саралар, ярыштар уҙғарылып тора. Колледжа белем алған студенттар үҙҙәре үк ошо сараларҙың уртаһында ҡайнай.
Туризм, реклама, хоҡуҡ һаҡлау
Колледжда, әлбиттә, спортсыларҙы, уларҙың тренерҙарын, уҡытыусыларын әҙерләүсе белем усағы булараҡ, тәү сиратта физик культура буйынса йүнәлешкә төп иғтибар бирелә. Әммә, шул уҡ ваҡытта, уҡыу йорто заман менән бергә атлай һәм яңы йүнәлештәр буйынса ла үҫешә. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа, әйтәйек, абитуриенттар тарафынан “Туризм” (Туризм буйынса белгес, хәҙерге ваҡытта иң көнүҙәк йүнәлештәрҙең береһе), “Адаптив физик культура” (адаптив физик культура уҡытыусыһы), “Реклама” (реклама белгесе) йүнәлештәре буйынса ҡыҙыҡһыныу арта. Хатта имтихан мәлдәрендә конкурстар ҙа “Физик культура”лағы һымаҡ көслө.
Бөгөнгө көндә колледжда юрист һөнәренә эйә булыу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн тағы ла яңы ике йүнәлеш асҡандар. Улар “хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу” һәм “Хоҡуҡ һаҡлау
эшмәкәрлеге” белгеслектәре. Был йүнәлеш буйынса уҡып сыҡҡандар юрисконсульт, адвокат, судья, нотариус, прокурор булып эшләй ала,- ти Миҙхәт Биктимер улы.
Был уҡыу йортон тамамлаған студенттар үҙ эшенең оҫталары, профессорҙар, фән кандидаттары, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары, РФ-ның атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары, иң яҡшы тренерҙар, БР-ның иң яҡшы спорт һәм физик культура хеҙмәткәрҙәре һәм мәғариф отличниктары.
Шуға күрә, әгәр ҙә һин, абитуриент, спорт өлкәһендә генә түгел, башҡа өлкәләрҙә лә уңыштарға ҡаҙанырға хыялланһаң Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжына документтарыңды бирергә өлгөрәһең әле! Алға!
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: