Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Август 2022, 09:14

“Халыҡ шәфҡәт туташы” конкурсында ҡатнашығыҙ!

Конкурсҡа заявкалар 2022 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү ике этапта үткәрелә.

“Халыҡ шәфҡәт туташы” конкурсында ҡатнашығыҙ!
“Халыҡ шәфҡәт туташы” конкурсында ҡатнашығыҙ!

“Йәмәғәт электрон гәзите” Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡатнашлығында “Халыҡ шәфҡәт туташы” тигән яңы конкурс башланыуы тураһында хәбәр итте. Унда республика муниципалитеттарының урта медицина звено хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Бының өсөн үҙең һәм эшең тураһында яҙма әҙерләргә кәрәк (ошо һөнәрҙе һайлау, хеҙмәт стажығыҙ тураһында һ.б.)
Шулай уҡ хеҙмәт тәжрибәһенән ҡыҙыҡлы, иҫтәлекле ваҡиғалар, хис-тойғоларығыҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙ( мәҫәлән,берәй кешене ҡотҡарыуығыҙ тураһында, текст күләме 1 500 билдәнән артмаҫҡа тейеш). Яҙма менән бергә исем-шәрифегеҙҙе, телефон номерын, медицина учреждениеһы һәм муниципалитет атамаһын һәм ipeg форматындағы фотоғыҙҙы [email protected] электрон почтаһына йәки “Бәйләнештә” төркөмөнә ебәрегеҙ. Конкурсҡа заявкалар 2022 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү ике этапта үткәрелә.
  Муниципаль этап 5 сентябрҙән 14 октябргә тиклем “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ”Честно говоря” публицистик ток-шоуы берләшмәһендә барасаҡ. Төбәк этабындағы тауыш биреү 17 октябрҙән 25 ноябргә тиклем ойошторола.  Күрһәтелгән майҙандарҙа теркәлгән социаль селтәрҙе ҡулланыусылар конкурста ҡатнашыусылар өсөн тауыш бирә ала. Еңеүселәр ике майҙанда барған  тауыш биреү һөҙөмтәһендә билдәләнәсәк һәм дипломдар менән бүләкләнәсәк.

 Фото: https://i-gazeta.com/news/novosti/2022-08-15/elektrogazeta-ob-yavlyaet-o-starte-konkursa-narodnaya-meditsinskaya-sestra-2910032 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: