Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Октябрь 2022, 10:29

Иҫән саҡта булһа ине ҡәҙер... Иҫән саҡта...

Йылы һүҙ ҙә, асыҡ йөҙ ҙә — көткән саҡта...Ни сәбәптер асыла шул тел дә, йөҙ ҙәҒәзиз йәндәр беҙҙе ташлап киткән саҡта.

Иҫән саҡта булһа ине ҡәҙер... Иҫән саҡта...
Иҫән саҡта булһа ине ҡәҙер... Иҫән саҡта...

Юғалтҡастын, оҙатҡастын ҡәҙер арта,
Аптыранып баҫып ҡалғас ғүмер-ярҙа.
Үкенестәр тауҙай үҫә шул саҡ йәндә,
Әллә ниҙәр әйтер инең булһа янда.

Һүҙҙең дә бит (ы)сын ҡиммәтен иҫән тоя,
Күңелдәргә күпме йылы һүҙҙәр һыя,
Кәрәкһеҙен әйтәбеҙ шул күп ваҡытта,
Ни сәбәптер, бәғерҙәрҙе ҡыя-ҡыя.

Яҡшы һүҙ ул — йән аҙығы кем өсөн дә,
Был тормошта күп инандым һүҙ көсөнә!
Балдай татлы йылы һүҙ ҙә, асыҡ йөҙ ҙә
Иҫән саҡта насип булһын һәр кешегә.

Гөлара Шәрипова.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: