Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ноябрь 2022, 15:37

Тубырсыҡтың шифаһын беләһегеҙме?

Ысынлапта, уларҙы йыйыу ваҡыты етте. 

Тубырсыҡтың шифаһын беләһегеҙме?
Тубырсыҡтың шифаһын беләһегеҙме?

Ҡар яуып, туңдырып алған мәлдә йыйған тубырсыҡтарҙа күпләп танин тигән матдәнең тупланыуы билдәле. Белеүебеҙсә, танин бик күп үҫемлектәрҙә, еләк емештәрҙә бар. Күп илдәрҙең белгестәренең тикшереү һөҙөмтәһенә, үткәргән тәжрибәләренә ҡарағанда, тап ҡарағай тубырсығындағы танин баш мейеһе күҙәнәктәренең эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итеүе асыҡлана. Инсульт үткәргәндәрҙең, тубырсыҡ ярҙамында, тиҙерәк шәбәйеүе иҫбатлана. Шулай уҡ, ҡан тамырҙары ауырыуын иҫкәртеүгә яҡшы һөҙөмтә бирә.
Тағыла шул ҡарағай ағасының шифаһы тураһында булыр һүҙем.
Дөрөҫөрәге, уның тубырсыҡтары тураһында.
Ысынлапта, уларҙы йыйыу ваҡыты етте. Ҡар яуып, туңдырып алған мәлдә йыйған тубырсыҡтарҙа күпләп танин тигән матдәнең тупланыуы билдәле. Белеүебеҙсә, танин бик күп үҫемлектәрҙә, еләк емештәрҙә бар. Күп илдәрҙең белгестәренең тикшереү һөҙөмтәһенә, үткәргән тәжрибәләренә ҡарағанда, тап ҡарағай тубырсығындағы танин баш мейеһе күҙәнәктәренең эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итеүе асыҡлана. Инсульт үткәргәндәрҙең, тубырсыҡ ярҙамында, тиҙерәк шәбәйеүе иҫбатлана. Шулай уҡ, ҡан тамырҙары ауырыуын иҫкәртеүгә яҡшы һөҙөмтә бирә.
Йәй башында йыйған тубырсыҡтар тураһында яҙып үткәйнем инде. Уларҙыңда шифаһы һынап бөткөһөҙ, тик үҙенсәлектәре башҡаса.
Шулай итеп, көҙ мәлендә, тубырсыҡтар төҫтәрен үҙгәрткәс, (тик улар асылмаған булырға тейеш.) йыйып алабыҙ. Ҡыйынан таҙартҡан тубырсыҡтарҙы йәйеп һалабыҙ. Бер нисә көндән, улар шытырлап асыла , эсенән орлоҡтары ҡойола башлай. Тимәк, дауа өсөн ҡулланырға ярай.
Спиртта тотҡан төнәтмәһендә шифаһы күберәк тейҙәр белгестәр. Бының өсөн рецепт:
тубырсыҡтарҙы орлоҡтары менән бергә банкаға тултырып, спиртта ике аҙна тоталар. Банканы асмай ғына, төнәтмәне даими һелкеткеләп тороу кәрәк.
Профилактика өсөн,
көнөнә бер мәртәбә, бер бал ҡалаҡ төнәтмәне, бер стакан һыу менән ашар алдынан эсәләр. Инсульт менән сирләгән кешеләргә, көнөнә өс мәртәбә бирәләр.
Ә кемгә спиртлы эсемлек ярамай, йәки, спиртлы дауаны эсергә теләмәй икән, ошондай рецепт:
5 бөртөк тубырсыҡты, 2 стакан һыуға һалып 5 минут әкрен утта , ҡапҡасын ябып ҡына ҡайнатҡас, таҫтамал менән ҡаплап төнәтәләр. һыуыған төнәтмәне һөҙөп, көнөнә 3 тапҡыр, 100 - 150 га ашар алдынан эсәләр. Төнәтмәне 21 көн эскәс, 1 аҙна эсмәй тороп, тағыла шулай дауам итәләр.
Тубырсыҡта таниндан башҡала күп төрлө витаминдар, микроэлементтар булараҡ күп төрлө ауырыуҙарҙан шифа тей белгестәр. Ҡан баҫымы , халестерин юғары булған осраҡта, шулай уҡ миҙгелгә бәйле төрлө гиҙеүҙәрҙәндә шифа ул тубырсыҡ.
Йыйғанда, ҙур ҡалаларҙан йыраҡ, таҙа урындарҙан йыйыу мотлаҡ.

Сығанаҡ: "Башҡортостан үләндәре. Травы Башкортостана" төркөмөнән алынды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: