Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ноябрь 2022, 12:36

БЕР ТӨПСӨКТӘН МЕҢ БӘЛӘ,

Ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһында халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө билдәләнә. Быйыл был көн 17 ноябргә тура килде.

БЕР ТӨПСӨКТӘН МЕҢ БӘЛӘ,
БЕР ТӨПСӨКТӘН МЕҢ БӘЛӘ,

Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнөнөң маҡсаты булып- был насар ғәҙәттең киң таралыуына, шулай уҡ төрлө ойошма вәкилдәрен, төрлө белгеслектәге табиптарҙы тәмәке тартыу менән көрәшкә йәлеп итеү, граждандарға тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында күберәк һөйләү тора.
Рәсәйҙә йыл һайын тәмәке тартыуҙан 300 мең самаһы кеше ваҡытынан алда вафат була. Был юл-транспорт ваҡиғаларынан, наркотиктар ҡулланыуҙан һәм СПИД ауырыуынан да күберәк. Шул уҡ ваҡытты күпселек янғындарҙың да сәбәбе - тәмәкелә, йәғни тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ. 
Балконда, лоджияла тәмәке тартҡан өсөн өс мең һум штраф ҡаралған, ә инде янғын сығыуға сәбәпсе булғанда, уның күләме биш мең һумға тиклем барып етәсәк. Әгәр ҙә ташланған тәмәкенән ут сығып, балкон йәки бер нисә фатир зыян күрһә, енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Шуға күрә, үҙ ғүмерегеҙгә үҙегеҙ яуаплы булығыҙ. Тәмәкенән баш тартығыҙ! 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: