Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2022, 14:30

ҺӘР КЕШЕ ҮҘ ТОРМОШОН ҮҘЕ ТӨҘӨЙ.

Һәр сәскәнең үҙ матурлығы булған кеүек, һәр бер ҡатын-ҡыҙ ҙа үҙенсә матур һәм ҡабатланмаҫ. Гәзитебеҙҙең бөгөнгө һанын биҙәүсе Гөлназ МЫРҘАҒӘЛИНА гөлдән наҙҙар алып үҙенә бер ҡосаҡ күркәм сифаттарҙы туплаған: үҙе сибәр, мөләйем, егәрле. Ул етәкләгән коллектив ҡалала ғына түгел, ә республика күләмендә иң яҡшылар рәтендә. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы иҡтисад факультетының уҡыу-уҡытыу сифаты ла, күптән бында хөкөм һөргән йылы атмосфера ла Гөлназ Миңнулла ҡыҙының көслө етәксе икәнлеген күрһәтә. Доцент, иҡтисад фәндәре кандидаты һәм иҡтисад факультеты деканы булыу менән бер рәттән, ул – уңған хужабикә лә, ә иң мөһиме, яратҡан әсәй ҙә.

ҺӘР КЕШЕ ҮҘ ТОРМОШОН ҮҘЕ ТӨҘӨЙ.
ҺӘР КЕШЕ ҮҘ ТОРМОШОН ҮҘЕ ТӨҘӨЙ.

   – Кешенең һөнәре осраҡлы булмай, минеңсә. Мин бала саҡтан үҙемде иҡтисадсы итеп күрҙем. Минең әсәйем Ғайсарова Фәнзилә Әсғәт ҡыҙы ла ғүмере буйына бухгалтер, иҡтисадсы булып эшләне. Был да ниндәйҙер кимәлдә һөнәр һайлауға этәргес булғандыр, тип уйлайым. Шуға күрә, мәктәпте уҡып бөткәс “Бухгалтер иҫәбе һәм аудит” һөнәренә уҡырға инергә ҡарар иттем. Студент йылдарым уңышлы булды. Һайлаған һөнәрем үҙемә оҡшағанлыҡтан, уҡыу еңел бирелде. Һәр кеше үҙ тормошон үҙе төҙөй, тип уйлайым. Минең кеүек һөнәрҙе һайлағанда ла, күңелеңә ятҡанын ғына үҙләштерергә тырышырға кәрәк. Сөнки артабанғы йәшәү рәүеше, етеш тормош дөрөҫ һөнәр һайлауҙан тора, – тип һөйләй үҙенең иҡтисадсы һөнәрен һайлаған йылдарын Гөлназ Мырҙағәлина.
     Әйткәндәй, иҡтисад факультеты БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында 2004 йылдың мартында ойошторолһа ла, студенттарҙың беренсе төркөмө 1997 йылда ҡабул ителә, ошо иҡтисадсыларҙың иң беренсе ағымына эләгеп уҡып сыға ла инде Гөлназ Мырҙағәлина. Биш йыл буйына тырышып уҡып, юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алғас, шунда уҡ ассистент булып эшләй, аҙаҡтан, ғилми яҡҡа ла иғтибар бүлергә кәрәклеген тойоп, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай тырыш ҡыҙ. Шулай итеп, ассистент, өлкән уҡытыусы, декан урынбаҫары вазифаларын да уңышлы башҡара ул. Бөгөнгө көндә бына инде 10 йылдан ашыу иҡтисад факультетын етәкләп килә Гөлназ Миңнулла ҡыҙы.
   – Бөгөнгө көндә иҡтисадсы һөнәрен күп уҡыу йорттары уҡыта. Шуға күрә беҙҙең төп бурыс – хеҙмәт баҙарында конкурент булырҙай, беҙҙә үҙләштергән белемен эшендә маҡсатлы ҡуллана белерҙәй белгестәр әҙерләп сығарыу. Шуға ла иҡтисад факультеты юғары квалификациялы профессор-уҡытыусылар составын, заманса матди-техник база булыуын, студенттарҙың һәм ойошмаэш биреүселәрҙең мәнфәғәттәрен һәм шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эш итә. Бында үҙ эшенең оҫталары – фән кандидаттары һәм фән докторҙары ғына студенттарға белем бирә.
   Факультетыбыҙ ошо йылдар эсендә бик күп белгестәр әҙерләне, уларҙың күбеһе ҡыҙыл диплом алды. Улар Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ районы, Башҡортостандың башҡа ҡала һәм райондарында уңышлы ғына эшләп йөрөйҙәр. Иҡтисад факультетын тамамлаған студенттар һәр ваҡыт ҙур карьера яһай – эшҡыуарлыҡта (аналитиктар, иҡтисадсылар, бухгалтерҙар һәм менеджерҙар сифатында), фәндә һәм мәғарифта үҙ урындарын табалар, – тип бәйән итә иҡтисад факультетының эше тураһында әңгәмәсем.
 Гөлназ Мырҙағәлина әйтеүенсә, уға декан булып бөтә факультет эшен дә алып барыу, шул уҡ ваҡытта студенттарға лекциялар, семинарҙар үткәреү ҙә оҡшай. Был ике эш бер-береһен һәр саҡ тулыландырып килә тигән фекерҙә ул.
  – Студенттар менән эшләгәндә уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе, һорауҙарын ишетәһең һәм уларҙы хәл итеү юлдары үҙенән-үҙе килеп сыға, – ти Гөлназ Миңнулла ҡыҙы.      Иҡтисад факультетында белем биреү эшмәкәрлеге менән бер рәттән уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эштәре төп күрһәткес булып тора. Үткән йылдар эсендә башлыса көнүҙәк социаль-иҡтисади проблемаларҙы өйрәнеүгә йүнәлтелгән ғилми тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре барлыҡҡа килгән. Уларҙың иң уңышлылары үҙе бер ғилми мәктәп кеүек эшләп килә. Мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә үҙгәрештәр менән идара итеү, стратегик планлаштырыу һәм төбәк социаль- иҡтисади системаларҙың комплекслы үҫешен күҙаллау, ижтимағи финанстар һәм банк эше, иҫәп-аналитик яҡтан тәьмин итеү һәм иҡтисади субъекттар үҫешен анализлау йүнәлештәре буйынса уҡыу студенттарға бигерәк тә оҡшай. Тағы ла Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында эшҡыуарлыҡ компетенцияһын үҫтереү үҙәге эшләй. Ул студент командаларын уҡытыуҙы, уларҙың ижадын хуплау, дәртләндереүҙе, яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Эшҡыуарлыҡ үҙәгенә мөрәжәғәт иткән студенттар эшҡыуарҙар өсөн төбәк һәм федераль ярҙам саралары буйынса мөһим мәғлүмәт һәм инвестициялар алыу юлдары буйынса актуаль мәғлүмәт ала алалар, эксперттарҙан һәм эшҡыуарҙарҙан практик кәңәштәр бирелә, проектты тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында ярҙам итеү ойошторола.
  – Эшҡыуарлыҡ – ул ҡурҡыныс түгел. Ул хөрмәткә лайыҡ булған ойошма. Эшҡыуарлыҡ һәр ваҡыт бизнес-берләшмә һәм дәүләт яғынан да ярҙамға иҫәп тота ала, – ти Гөлназ Миңнулла ҡыҙы.
  Гөлназ Мырҙағәлина етәкселегендәге иҡтисад факультеты бына шулай буласаҡ эшҡыуарҙарҙы ла әҙерләй. Был, әлбиттә, бик яҡшы күрһәткес. Сөнки, юғары уҡыу йортон тамамлағанда һәр студенттың ҡулында әҙер бизнеспроект буласаҡ, был, үҙ сиратында, төрлө ойошмаларға эшкә урынлашырға йәки үҙ эшен асырға ярҙам итә.
  Ошо эшҡыуарҙар берләшмәһе ярҙамында ике йылдан һуң беҙ реаль һөҙөмтәләр – Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылған йәштәрҙең проекттарын күрә аласаҡбыҙ, тигән ышаныс белдерҙе Гөлназ Мырҙағәлина. Әңгәмәсегә был ҡыҙыҡлы эшендә уңыштар теләргә ҡала.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: