Ашҡаҙар
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2022, 13:23

БАЛАҒА УҘАЛМАУҘА КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ?

Йәки репродуктив система серҙәре хаҡында.

БАЛАҒА УҘАЛМАУҘА КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ?
БАЛАҒА УҘАЛМАУҘА КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ?

Гүзәл заттарҙың һаулығы (шул иҫәптән махсус программалар ярҙамында) дәүләт кимәлендә ҡурсалана. Әгәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродукция проблемаларына ҙур иғтибар бирелә килһә, мәҫәлән, ир-егеттәр был йәһәттән һәр саҡ артҡы планда ҡала. Шул уҡ ваҡытта элек-электән ғаиләлә бала булмаһа, ғәйепте тәү сиратта ҡатын-ҡыҙға япһарғандар, был бөгөн дә ниндәйҙер кимәлдә һаҡланып ҡалған... Шулай ҙа, табиптар ғаиләлә бала булмаған осраҡта, проблеманың йыш ҡына ирҙәргә лә бәйле булыуын раҫлай. Бөгөн беҙ “Ғаилә – Рәсәй байлығы” проекты сиктәрендә ир-егеттәргә бәйле тап ошо мәсьәлә хаҡында Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһы урология бүлеге мөдире, юғары категориялы табип-уролог, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Рәсил Рәсих улы МОРАҘЫМОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Осраҡлы енси бәйләнештәр һәм түлһеҙлек
– Бөгөнгө көндә парҙарҙың 15 процентына түлһеҙлек диагнозы ҡуйыла. Ғаиләлә сәләмәт бала тыуҙырыр өсөн ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә берҙәй яуаплы. Әгәр ғаилә бала тыуҙырырға әҙер, һаҡланыу сараларын ҡулланмайынса, мәҫәлән, бер нисә йыл йәшәп тә ҡатын-ҡыҙ балаға уҙа алмай икән, нимә эшләргә? – Был осраҡта икәүһенә лә табипҡа күренергә кәрәк, ваҡытында белгескә күренеү һөҙөмтәһендә түлһеҙлекте дауалауап өлгөрөп була. Әммә ауырға ҡалыу – ҡатмарлы физиологик процесс һәм бында “бөгөн үк” тигән төшөнсә юҡ.

– Ирҙәрҙең орлоҡһоҙ булыуы нимәнән барлыҡҡа килә?
– Тәҗрибә күрһәтеүенсә, ғаиләлә бала булмауҙың 30 проценты ирҙәрҙең һаулығынан тора, ә ир-аттың сперматогенезына туранан-тура уның йәшәү рәүеше бәйле.
Донъяла ир-егеттәрҙең репродуктив һаулығы параметрҙарын (спермограммалар күрһәткестәрен) өйрәнеүсе бер нисә тикшереү үткәрелгән. Тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, бөтә донъяла күп кенә ир-егеттәрҙең спермограмма параметрҙары төшкән: сперматозоидтарҙың концентрацияһы һәм әүҙемлелеге кәмей бара. Был нимәнән килә? Әлбиттә, тәү сиратта, дөрөҫ туҡланмауҙан. Спиртлы эсемлектәр, тәмәкенең кире тәьҫире хаҡында һөйләп тә тормайым. Экологик шарттар, радиация, компьютерҙарҙың да зарары шикһеҙ. Шунан инде репродуктив һәм бәүел бүлеп сығарыу системаһы органдарындағы йоғошлоялҡыныулы сирҙәр. Былар барыһы ла ирлек көсөнөң көсһөҙлөгөн билдәләй.

– Бөгөн бигерәк тә хроник простатит, енес биҙе ялҡынһыныуынан ыҙалаусылар күп...
   – Ирҙәрҙең яртыһынан артығы простатиттың теге йәки был төрөнә дусар. Хроник простатит бигерәк тә 20- 40 йәштәрҙәге ир-егеттәр араһында йыш осрай. Енес биҙе ялҡынһыныуына, ғәҙәттә, инфекция инеү сәбәпсе. Йоғошло бактериялар уға бәүел юлынан, шулай уҡ ҡан аша, мәҫәлән, ангина, грипп ваҡытында эләгергә мөмкин. Хроник простатиттың үҫешеүенә, микроорганизмдар инеүҙән бигерәк, иммунитеттың көсһөҙләнеүе нигеҙ булып тора. Эс аҫты, биҙҙең ауыртыуы, кесе ярауға йыш йөрөү йәки бәүелдең бүленеп-бүленеп, әкрен сығыуы, енси тормоштоң ауырлашыуы – ошо өс билдәнең береһен генә тойһағыҙ ҙа тиҙ арала табипҡа барырға кәрәк. Ултырып эшләү, аҙ хәрәкәтләнеү арҡаһында ҡан йөрөшө боҙолоуҙан барлыҡҡа килә лә инде ул простатит. Даими булмаған енси тормош һәм, киреһенсә, тәртипһеҙ енси тормош һөҙөмтәһендә лә енес биҙе ялҡынһынып, яйлап хроник төҫ алыуы ихтимал. Ауырыу күп ваҡыт үҙен бер нисек тә белдермәүе лә мөмкин. Дауаланмай йөрөгәндә, ул түлһеҙлеккә, бәүел тотмауға, биҙҙә таштар барлыҡҡа килеүенә, унда ҡан тамырҙары тарайыуға һәм яман шеш үҫеүгә килтереүе мөмкин.

– Ғаиләнең түлһеҙлеге буйынса тағы ла ниндәй проблемаларҙы атар инегеҙ?
  – Ир-егеттәрҙең түлһеҙлегенә килтергән тағы бер ҙур проблемаларҙың береһе – варикоцеле ауырыуы. Уны тамырҙар системаһы төҙөлөшөнөң үҙенсәлеге тип әйтергә лә була. Билдәле бер шарттарҙа орлоҡ сығарыу мәлендә ҡан тамырҙарында варикоз киңәйеүе барлыҡҡа килә. Был үҙ сиратында сперматогенездың боҙолоуына һәм сперманың сифатын кәметеүгә сәбәпсе булып тора. Әммә быны операция ярҙамында дауалап була. Икенсе бер сир – уретрит, йәки бәүел бүлеп сығарыу системаһының шешеү процессы. Йышыраҡ уретритты енси юл менән йоға торған инфекциялар һәм шартлы патоген микроорганизмдар барлыҡҡа килтерә. Ауырыу ихтималлығы туранан-тура йәшәү рәүеше менән бәйле: һаҡланмаған енси яҡынлыҡ, иммунитеттың түбәнәйеүе һәм гигиена сараларын үтәмәү. Хәүеф зонаһына һаҡланыу сараларын ҡулланмаған, әүҙем енси тормош алып барған ирегеттәр һәм 18-35 йәшлек ҡатынҡыҙҙар инә. Уға ҡысытыу, әсетеү, енес ағзаларынан ят шыйыҡса бүленеүе, ҡайһы бер саҡтарҙа бәүелдең йыш һәм ауырттырып сығыуы, тышҡы енси ағзаларҙың ҡыҙарыуы хас. Әйткәндәй, ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы сағыштырғанда, уретрит менән күберәк ҡатындар яфалана. Был үҙ сиратында түлһеҙлеккә килтереүе ихтимал. Гипогонадизм иһә – патологик процесс, енес ағзаларының һәм икенсел енес билдәләренең үҫешмәүенә килтергән патологик процесс. Гонорея ла шулай енси бәйләнеш аша йоға торған венерик ауырыу. Күбеһенсә ошо, шул иҫәптән, гонорея ла, осраҡлы кеше менән енси бәйләнеш аша күскән венерик ауырыуҙарҙың барыһы ла тиерлек, түлһеҙлеккә килтерә.

Телефонды салбар кеҫәһендә йөрөтмәгеҙ!
  – Рәсил Рәсихович, әгәр ҡатынҡыҙҙар, гинекологҡа йылына ике тапҡыр йөрөргә кәрәк икәнлеген яҡшы белһә, ир-егеттәргә нисә тапҡыр урологка күренергә кәңәш итер инегеҙ?
 – Үҙенең сәләмәтлеген ҡайғыртҡан һәр ир-атҡа, борсолорлоҡ сәбәп тыумағанда ла, йылына бер тапҡыр урологҡа күренергә, махсус анализдар тапшырырға кәңәш итер инем. Элек балаларҙы, үҫмерҙәрҙе тикшерә торған айырым кабинеттар була торғайны. Хәҙер балалар урологы тикшереүе мотлаҡ белгестәр исемлегенә инмәй. Быға белгестәрҙең етешмәүе сәбәпсе. Әммә уролог енес ағзаһының үҫешен, төҙөлөшөн ҡарарға тейеш. Шуға күрә, 14-15 йәшкә тиклемге малайҙарҙы табип-урологка күрһәтергә кәрәк. Ә инде бәләкәстәрҙең бәүелдәренең төҫө үҙгәрһә, йә ауыртһа, баланың төндә бәүеле тотмаһа (энурез), мотлаҡ урологка алып барырға кәрәк. Әгәр баланы урологҡа күрһәтә алмаһағыҙ ҙа ультратауыш тикшереүе үтергә, анализдар тапшырырға һәм педиатрға булһа ла мөрәжәғәт итергә кәрәк.

– Баланы планлаштырыуға ир-егет нисек әҙерләнергә тейеш?
  – Беренсенән, баланы планлаштырыуға аңлы рәүештә килергә кәрәк. Ҡайһы бер парҙар килә лә ир-егеткә ҡарата ниндәйҙер айырым тыйыуҙар башланһа (мәҫәлән, спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә һ.б.), шунда уҡ уларҙың “ә ике аҙнаға бер тапҡыр ғына булһа ла эсергә яраймы?” тигән мәғәнәһеҙ һорауҙары тыуа. Ғөмүмән, ниндәй алкоголь продукция эсһәгеҙ ҙә – араҡымы ул, һырамы – организмға берҙәй зыян килтерә. Йәштәр “зарарһыҙ” тип ҡабул иткән һыра, мәҫәлән, ир-егеттәр өсөн иң хәүефлеһе! Сөнки һыралағы фитоэстроген (ҡатын-ҡыҙ енес гормондары аналогы) ирҙәрҙең сперматогенезына кире йоғонто яһай. Спорт менән дуҫ булырға, әүҙем, сәләмәт тормош алып барырға кәрәклеген дә онотмаһындар ине. Тәмәке тартҡандарҙың сперматозоидтарының хәрәкәте күпкә яйыраҡ һәм сифатһыҙлыраҡ була. Шулай уҡ тикшереү үтеп тороу мотлаҡ. Енси инфекцияларҙы асыҡлағанда хламидия, уреаплазма, микоплазмаға ғына түгел, шулай уҡ шартлы патоген флораны ла тикшерергә кәрәк. Бының өсөн мазок тапшырыу ҙа етә. Балаға уҙыр өсөн ирҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙың да организмы таҙа булыуы шарт. Тағы ла бер кәңәш: ир-егеттәргә кеҫә телефондарын салбар кеҫәһенә һалып йөрөтмәҫкә, ноутбукты эскә, тубыҡҡа ҡуймаҫҡа тырышырға кәрәк. Бындай нурланыш төрҙәре лә шулай уҡ сперматогенезға кире йоғонто яһай. ...Кешенең иң көсһөҙ звеноһы – ул репродуктив эшмәкәрлеге! Шуға күрә, уға бигерәк тә ҙур иғтибар бүлергә һәм ваҡытында табипҡа күренергә кәрәк. Ғаиләлә бала көтөп тә, килеп сыҡмаһа, бер-берегеҙгә ғәйеп тағырға ашыҡмағыҙ! Бергәләп табипҡа барып, кәңәшләшергә кәрәк.

Әңгәмәне Гөлкәй ҠЫУАТОВА,
Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: