Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Декабрь 2022, 13:47

БЕҘ БЕРГӘ!

Ялан сәскәләре лә төрлө-төрлө, һәр  береһенең үҙ төҫө, үҙенә генә хас үҙенсәлектәре булған кеүек, Стәрлетамаҡта ла төрлө милләт халҡы йәшәй. 

БЕҘ БЕРГӘ!
БЕҘ БЕРГӘ!
Уларҙың һәр береһенең үҙ теле, тарихы, йолалары бар. Ана шуларҙың барыһын да һаҡлап йәшәү өсөн ҡалабыҙҙа төрлө мөмкинлектәр бирәләр. Ҡалабыҙҙа бик күп милли-мәҙәни үҙәктәр эшләп килә. Ниндәй генә осрашыу, сығыштарҙы алма, уларҙың асылында милләт-ара дуҫлыҡ, туғанлыҡ һәм татыулыҡ ята. Бының шулай икәнлегенә Стәрлетамаҡта йәшәүсе бөтә милләт вәкилдәрен бер урынға йыйған этнофестивалде ҡарап тағы бер ҡат инандыҡ!

   "Беҙ бергә" тип аталған этнофестиваль тәүге тапҡыр үҙенең ишектәрен асыуға ҡарамаҫтан, милли-мәҙәни үҙәктәр ҡатнашлығындағы сығыштар һәр кемдең күңеленә хуш килде, тимәк, фестивалдең башланғысы өмөтлө һәм киләсәге лә яҡты буласаҡ тигән һүҙ бит был!

   Оло байрам ҡала мәҙәниәт һарайының фойеһында оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһенән башланып китте. Һәр милли-мәҙәни үҙәк үҙҙәренең традицион аш-һыуы, һөнәрселек әйберҙәре, музыка ҡоралдарын, боронғо көнкүреш әйберҙәрен, китаптарын тәҡдим итте.

    Килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов сығыш яһаны.
- Ҡалала тәүге тапҡыр төрлө милләт халҡын берләштергән этнофестиваль башалнып тора. Байрам Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында ойошторолған һәм Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.Стәрлетамаҡта бөгөнгө көндә 78 милләт кешеләре дуҫ һәм татыу йәшәй,- тине ул.

    Конкурста ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға, номинанттарға Павел Шорохов, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллин рәхмәт хаттары һәм маҡтау грамоталары тапшырҙылар."Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы" урындағы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ләйсән Йосопова "Тыуған яҡ матурлығы" һүрәттәр конкурсы еңеүселәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән дипломдар һәм бүләктәр бирҙе. 

  Сараның тантаналы өлөшөнән һуң сәхнәлә ысын байрам башланды: Стәрлетамаҡтың барлыҡ милли-мәҙәни үҙәктәренең ижади коллективтары йола, уйындар, йырҙар, бейеүҙәр менән бәләкәй генә спектаклдәр тәҡдим итте. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтар ағинәйҙәр ойошмаһы "Балан байрамы" н күрһәтһә, ҡала татарҙары "Ҡаҙ өмә"һен сәхнәләштерҙе, Сыуаштар "уңыш байрамы"н үҙҙәренең йолалары менән тамашасыға еткерҙе. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының немец милли-мәҙәни үҙәге, Еврейҙар ойошмаһы, мордва, белорустар, украиндар ҙа үҙҙәренең йыр-бейеүҙәре аша йолаларын, маһирлыҡтарын күрһәттеләр.
    Бына шулай Стәрлетамаҡта йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлап ҡына ҡалмай, башҡаларға ла өйрәтә.

"Бер бергә" этнофестивале Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистарының сығыштары менән тамамланды.
     Ошондай татыу, дуҫ ҡалала таңдар ҙа нурлыраҡ, йөҙҙәр ҙә көләсерәк,тормош та көндән-көн яҡшыраҡ була, килешәһегеҙме? Ошондай мөхитте булдырып, милләт-ара дуҫлыҡты тағы ла нығытыу көсөнә эйә булған фестивалде ойоштороусо Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Э.ФӘТТӘХОВ фотолары.
БЕҘ БЕРГӘ!
БЕҘ БЕРГӘ!
БЕҘ БЕРГӘ!
БЕҘ БЕРГӘ!
БЕҘ БЕРГӘ!
БЕҘ БЕРГӘ!
БЕҘ БЕРГӘ!
БЕҘ БЕРГӘ!
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: