Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Декабрь 2022, 12:02

“ВАСИЛИСА МИҢӘ УҢЫШ ЮРАЙ!”

...Ҡалабыҙҙа йәшәгән киләһе йыл символын күрергә тип йөрөгәндә осраҡлы ғына рәүештә тиерлек Абсаттаровтар ғаиләһенә тап булдыҡ. Баҡтиһәң, улар ҡуян һәм бесәйҙәр аҫрай булып сыҡты. Кемдер бесәй йылы ти, кемдер ҡуян – бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тоттоҡ та ҡуйҙыҡ, йәмәғәт. “Шешҡолаҡты” күреү менән “Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян, беҙгә ҡунаҡҡа килгән” тигән юлдар иҫкә төштө. Ысынлап та, уларҙың ҡуяны йоморо ғына, йомшаҡ ҡына. Яратҡы ғына килеп тора. Әммә, был ғаиләлә был йорт хайуаны матурлыҡ өсөн генә түгел икән, тулыраҡ – артабанғы юлдарҙа 

“ВАСИЛИСА МИҢӘ УҢЫШ ЮРАЙ!”
“ВАСИЛИСА МИҢӘ УҢЫШ ЮРАЙ!”

      Абсаттаровтар фамилияһы ҡалабыҙҙа күптәргә таныш. Йорт хужаһы Илдар Абсаттаровтың атаһы, атҡаҙанған тренер Наил Нәҡи улы Абсаттаров 1971 йылда “Каучук” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡарамағындағы самбо һәм дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалған. Уның уҡыусылары донъя кимәлендә уңыш ҡаҙанған шәхестәр. Илдар Наил улы ла самбо буйынса тренер, спорт мастеры, донъя чемпионы, бөгөнгө көндә ҡаланың 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә самбо буйынса тренер булып эшләй. Ғөмүмән, был ғаиләлә барыһы ла спорт өлкәһендә ҡайнаған кешеләр – ҡатыны Сажиҙә Нәзиф ҡыҙы йөҙөү буйынса спорт мастерына кандидат булһа, ике өлкән улдары Артур менән Асҡар шулай уҡ самбола спорт мастерына кандидаттар. Ә бына төпсөк ҡыҙҙары Арина фигуралы шыуыуҙы үҙ иткән. Тырыш ҡыҙға ла спорт кандидаты булырға күп ҡалмаған инде.

      – Беҙ спорт һөйөүсе ғаилә. Йыш ҡына төрлө кимәлдәге ярыштарға йөрөйбеҙ, – тип һүҙ башланы хужабикә.
 – Һәр ярыштан һуң иҫтәлеккә ниндәй ҙә булһа әйбер алып ҡайтабыҙ, ҡайһы берҙә яуаплы ярыштан һуң Аринаны ла бүләк менән дәртләндерәбеҙ. Шулай бер уңышлы сығышынан һуң ап-аҡ ҡына, бер устай ғына бәләкәс кенә ҡуянҡай ҡыҙыбыҙға бүләк булып килде инде, – тип дауам итә һүҙен Сажиҙә Абсаттарова.
      Ҡуянды өйҙә тотоу бар кешенең дә ҡулынан килмәй, улар айырым тәрбиә һәм иғтибар һорай, ваҡыт талап итә, бигерәк тә көндәре күнекмәләр менән үткән спортсы ғаиләгә бындай хобби еңелдән түгел. Әммә бар яҡтан да тырыш Абсаттаровтар, юҡ ваҡыттарын бар итеп, ҙур итеп йорт та һалып ингәндәр, Василисаға ла иғтибар бүлергә өлгөрә. Ниңә Василиса тиһегеҙме? “Василиса прекрасная” әкиәтен иҫкә төшөрөп, шундағы Василиса кеүек үк, был ҡуян да бик матур, һөйкөмлө генә тип һайлағандар улар был исемде.

      Мал хужаһына оҡшай, тиҙәрме әле халыҡта? Ҡуян ҡурҡаҡ тиһәләр ҙә, Василиса, хужалары һымаҡ, ҡыйыу ҙа икән! Аринаның ике бесәйе Алекс һәм Адам менән дә күптән уртаҡ тел тапҡан ул, бергә уйнайҙар, ә ҡайһы берҙә инде һуғышып та китәләр икән, Василиса бесәйҙәргә бирешеп тормай, үткер тештәре менән мыраубайҙарҙы ҡурҡытып ала! Шулай ҙа үҙе тәртипле ҡуян, тыйнаҡ, өй буйлап йөрөһә лә, кискеһен үҙенең урынына ғына ятып йоҡлай, ә иртәнге аш биргәндә бесәйҙәргә иң беренсе һалһалар, ул да, иҙәнде туҡылдатып, үҙенең барлығын иҫтәренә төшөрөп кенә тора!
   Һүҙгә ҡушылып Арина ла ҡуянҡайы тураһында ихласлап һөйләй, күренеп тора, ярата ул Василисаһын:
   – Ул махсус ризыҡ ашай. Кәбеҫтә, кишер, бесән ярата. Ҡуянды тәрбиәләүҙең үҙенең нескәлектәре лә бар. Уларҙы аңлай белергә лә кәрәк. Мәҫәлән, беҙҙең ҡуяныбыҙ береһенән дә ҡурҡмай, кешеләргә иркәләнергә, һырынырға, өй буйлап сабырға ярата. Ә бына ул ауырып китһә, кешегә бармай, урынында тик ята. Беҙ уны бер ваҡытта ла ситлеккә бикләп ҡуймайбыҙ, ул һәр ваҡыт асыҡ тора, өй буйлап иркенләп йөрөй, – ти Арина. Арина өсөн Василиса күптән инде яҡын әхирәтенә әйләнгән. Ул уға ашарға ла һала, һыу ҙа эсерә, уйнап та ала.
    – Ярышҡа киткәндә уны ҡулыма алып, яратып сыҡһам, юлым мотлаҡ уңа, тәүге урындарҙы яулайым, – ти спортсы ҡыҙ.
 
Ҡыҙҙарына тип кенә алынған ҡуянҡайҙы Абсаттаровтар ғаиләһе бар күңелен һалып тәрбиәләй, ярата, ғаиләне спортта ғына түгел, әлеге уртаҡ шөғөл аша ла берләштерә. Ошондай наҙлы йәнлекте нисек яратмаҫҡа мөмкин һуң, уға ҡарап ҡына тороуҙан да кәйеф күтәрелеп китә! Киләһе Ҡуян йылы ла барыбыҙҙың да ошондай йылы тойғоларын ғына уятһын, тик яҡты тәьҫораттар ғына алып килһен! Ҡуян йылы ла, Василисалай, тик уңыштар юрап торһон, берләштерһен беҙҙе!

Г.ҠЫУАТОВА.
Э.ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: