Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2023, 13:19

ЙОНДОҘҘАР ЮЛ КҮРҺӘТӘ,ӘММӘ ЯҘМЫШЫҢ ҮҘ ҠУЛЫҢДА, ТИП КИҪӘТӘ.

Көнсығыш календары буйынса, Ҡуян йылы киләсәккә өмөт һәм ышаныс уята. Ҡараңғы төндән һуң һәр саҡ яҡтылыҡ килә. Шуға күрә, хәүефле йыртҡыс Юлбарыҫтан һуң Ҡуян йылы тыныслыҡҡа күсеү этабы булыуы мөмкин, тип вәғәҙәләй астрологтар. 2023 йылдың беренсе яртыһында (16 майға тиклем) Юпитер Ҡуҙы йондоҙлоғо аҫтында буласаҡ. Шуға күрә, ошо мәлгә тиклем көсөргәнеш һаҡланасаҡ. Ә инде йылдың икенсе яртыһында, был планета Буға йондоҙлоғона күскәс, ыңғай үҙгәрештәр көтөргә мөмкин. Һәр хәлдә, һәр кемдең тормошо – үҙ ҡулында. Беҙ фараздар ғына килтерәбеҙ, ҡалғаны һеҙҙән тора...

ЙОНДОҘҘАР ЮЛ КҮРҺӘТӘ,ӘММӘ ЯҘМЫШЫҢ ҮҘ ҠУЛЫҢДА, ТИП КИҪӘТӘ.
ЙОНДОҘҘАР ЮЛ КҮРҺӘТӘ,ӘММӘ ЯҘМЫШЫҢ ҮҘ ҠУЛЫҢДА, ТИП КИҪӘТӘ.

ҠУҘЫЛАР өсөн йыл тыныс булырға вәғәҙәләмәй, әммә планеталарҙың ҙур өлөшө килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итәсәк һәм тормошта мөһим уңыштарға килтерәсәк. Юпитер – ысын бәхет һәм уңыш, ул май айына тиклем һеҙҙе оҙатып барыр. Тимәк, оптимизм һәм бәхет янығыҙҙа ғына буласаҡ. Йылдың тәүге яртыһы – һөнәри эшмәкәрлектә әүҙемлек талап итер. Һеҙҙең шәхси тормошоғоҙҙа мөһим ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Йылдың икенсе яртыһы финанс хәлегеҙҙе яҡшыртыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирәсәк, күптән хыялланып йөрөгән нәмәне һатып алырһығыҙ.

БУҒА. Был йыл һеҙгә маҡсаттарығыҙға ирешер өсөн күп көс һәм эштәр талап итәсәк. Бының өсөн һеҙгә ҡайһы бер хәлдәргә икенсе күҙлектән ҡарарға тура килер. Тормошоғоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер, хатта икенсе урынға күсенеүегеҙ ҙә ихтимал. Быйылғы йылдың беренсе яртыһы планеталарҙың йоғонтоһо ярҙамында карьерағыҙға насар яҡтан үҙгәрештәр индерергә уйлар, әммә үҙ-үҙегеҙгә ышанысығыҙ бөтә проблемаларҙы юҡ итеп, һеҙҙе артҡа тартҡан йөктән ҡотолорға ярҙам итәсәк. Йылдың икенсе яртыһында һөнәри эшмәкәрлегегеҙгә үҙгәрештәр индереү өсөн уңай мәл.

ИГЕҘӘКТӘР. Һеҙҙең өсөн планеталар йоғонтоһо йыл буйынса ҡатнаш буласаҡ. Игеҙәктәрҙе ҙур үҙгәрештәр көтә, тәүҙә улар уңышһыҙ булып күренһә лә, аҙаҡтан барлыҡ тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртер. Йыл дауамында яңы идеялар һәм пландар менән янырһығыҙ, быларҙың барыһын да тормошҡа ашырырға дуҫтарығыҙ ярҙам итер. Һеҙҙең тәүәккәллелегегеҙ яҡшы һөҙөмтәләр килтерер. Апрель аҙағында һәм май башында һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ, ҡурҡыныс инфекцияны эләктермәү өсөн үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Шәхси тормош мәсьәләләрен хәл итеү өсөн йылдың икенсе яртыһы бик уңайлы.

ҠЫҪАЛА. Эшегеҙҙә ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Йылдың беренсе яртыһында эшегеҙҙе йәки эшмәкәрлек йүнәлешен алыштырыуығыҙ ихтимал. Күңелегеҙ һүрелеүе маҡсаттарығыҙға икенсе яҡтан ҡарарға мәжбүр итер. Май башынан уңыш йылмайыр һәм күптән көтөлгән пландарығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. Йылдың икенсе яртыһы шәхси тормошоғоҙға ыңғай үҙгәрештәр алып килер, яңғыҙҙар үҙ парын табыр.

АРЫҪЛАН. Быйылғы йыл һеҙҙең өсөн мажараларға бай булмаҡсы. Күп кенә өлкәләрҙә уңыш һәм шәхси үҫеш көтөлә. Абруйығыҙ артыр, танылыу яуларһығыҙ. Эшлекле бәйләнештәр һөҙөмтәле булыр. Алтын тауҙар вәғәҙә иткән кешеләргә ышанмағыҙ һәм, үҙегеҙ ҙә үтәй алмаҫтай вәғәҙәләр бирмәгеҙ. Йылдың икенсе яртыһында карьерағыҙҙа үҙгәрештәр күҙәтелә.

ҠЫҘ. Бик әүҙем йыл көтөлә, шуға күрә һәлкәүлеккә юл ҡуймағыҙ. Ҡасандыр ярҙам күрһәткән кеше һөнәри эшмәкәрлек йәһәтенән булышлыҡ итер. Быйыл төҙөлгән никах һеҙҙең байлығығыҙҙы арттырыуға килтерәсәк. Йылдың икенсе яртыһы карьера һәм һөнәри эшмәкәрлек өсөн уңышлы булыр. Май-июнь айҙарында бөтөнләй көтөлмәгән, ләкин ыңғай ваҡиға булыр. Һәр ваҡыт йондоҙҙарҙың ярҙамын асыҡ һиҙерһегеҙ.

ҮЛСӘҮҘӘР. Был йыл шәхси тормошоғоҙға ҡағылышлы етди үҙгәрештәр килтерер. Йылдың беренсе яртыһында уңышығыҙ тирә-йүндәгеләргә һәм һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүегеҙгә бәйле буласаҡ. Был файҙалы бәйләнештәрҙе һәм яңы танышыуҙарҙы яйға һалыу ваҡыты. Файҙалы тәҡдим дә ҡабул итерһегеҙ, моғайын. Аҡса яғы менән һаҡ булығыҙ, финанс хәүефенә юл ҡуймағыҙ. Шул уҡ ваҡытта йылдың икенсе яртыһында финанс хәлегеҙҙе яҡшыртыу өсөн мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.

САЯН. Был йыл бер нисә мөһим үҙгәрештәр килтерәсәк. Был үҙгәрештәр, тәү сиратта, мөнәсәбәттәр өлкәһенә ҡағыла. Был үҙгәрештәргә әҙер булһағыҙ ғына уны юғалтыуҙарһыҙ үткәреп ебәрә алырһығыҙ. Шулай уҡ эш урынын алыштырыуығыҙ ихтимал. Айырыуса апрель аҙағында – май баштарында барған ваҡиғаларға иғтибар итегеҙ. Йылдың беренсе яртыһында йондоҙҙар ғаилә ҡорорға кәңәш итмәй. Ә икенсе яртыһы, киреһенсә, союз булдырыу, партнерлыҡ, мөнәсәбәттәрҙе рәсмиләштереү өсөн һәйбәт.

УҠСЫ. Планеталарҙың йоғонтоһо йәшәү шарттарын яҡшыртырға, танышыу даирәһен киңәйтеүгә ярҙам итәсәк. Йылдың беренсе яртыһы шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булыр. Яңғыҙҙарҙы романтик осрашыуҙар көтә. Зөһрә йондоҙ һеҙгә шәхси тормош мәсьәләләрен хәл итеүҙә, шулай уҡ аҡса эшләүҙә ярҙам итәсәк. Был яңы эш, проекттар өсөн уңышлы осор.

КӘЗӘМӨГӨҘ. Һәйбәт яңылыҡтар килеп торор. Уларҙың күберәге йорт-ғаиләләргә ҡағылыр һымаҡ. Ниндәйҙер ҡарарға килер алдынан ныҡлы уйларға кәңәш ителә. Һеҙ тормош шарттарын яҡшы яҡҡа үҙгәртә алырһығыҙ, был бигерәк тә күсемһеҙ милек һатып алыу, ремонт йәки йорт һалыу мәсьәләләрен күҙ уңында тота. Йылдың икенсе яртыһы күптән уйланылған пландарығыҙҙы уңышлы тормошҡа ашыра башларға мөмкинлек бирер. «Кәзәмөгөҙҙәр өсөн йыл башы ауыр килер. Был ҡыйын осор, бигерәк тә финанс йәһәтенән. Әммә ай һайын хәлдәр еңеләйә барыр», – тип аңлата астрологтар.

ҺЫУҒОЯР. Был йылда дуҫтарығыҙ, фекерҙәштәрегеҙ менән тулы идеялар менән бүлешеүгә килтергән әүҙем аралашыу көтә. Ижади потенциалығыҙ үҫешер, романтик уй-ниәттәрегеҙ ысынбарлыҡҡа әүерелер! Апрель аҙағында – май башында һеҙҙе ғаиләгеҙгә, өйөгөҙгә ҡағылышлы һынауҙар көтә. Йылдың икенсе яртыһында оло йәштәге ата-әсәләрегеҙ һеҙҙең ярҙамға мохтаж булыуы ихтимал.

БАЛЫҠТАР. Һеҙҙе матди хәлегеҙҙе яҡшыртыуға һәм үҫешеү өсөн яңы мөмкинлектәр көтә. Йылдың беренсе яртыһында Юпитер эш хаҡын арттырыуға йәки өҫтәмә килем сығанаҡтарын табырға мөмкинлек бирәсәк.Үҙаллы башҡарған эштәрегеҙ яҡшы барыр. Шулай ҙа янығыҙҙағылар менән ҡайсаҡ дәғүәләр күбәйеп китеүе лә ихтимал. Был арала фекерҙәрегеҙҙе аңлатыу ҙа еңел булмаҫ. Йылдың икенсе яртыһында һеҙҙе ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә. Үҙегеҙ өсөн ниндәйҙер яңылыҡ асырһығыҙ, йәшәү рәүешегеҙ ҙә үҙгәреп китер.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: