Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2023, 11:55

Рамазан Биккинин өсөн тауыш бирәйек.

Стәрлетамаҡтан 11 йәшлек һәләтле йырсы Рамазан Биккинин "Тауыш. Балалар" программаһында былтыр уҡ ҡатнашырға тейеш ине. Һайлап алыу турын уңышлы үтте. Әммә уны тыңлап ҡарарға сират етмәгәйне.

Рамазан Биккинин өсөн тауыш бирәйек.
Рамазан Биккинин өсөн тауыш бирәйек.

Шуға ла быйылғы унынсы турҙа ул ҡатнашты. Быйыл йәш йырсыларҙы МакSим, Баста, Егор Крид баһалай. 
 Рамазан бик һәләтле йырсы икәнен  барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ул 2022 йылда хатта "Өфө тулҡыны" конкурсында Гран-при яуланы. 
  Рамазан сәнғәт мәктәбенең йыр һәм баян синыфтарында бәләкәйҙән шөғөлләнә. Төрлө концерттарҙа сығыш яһай. Инглиз телендә лә йырлай. Етәксеһе - Виктория Ариткулова. Әйткәндәй, Рамазан Биккинин «Маэстро Джаз» тигән XV  Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында һәм «Сулпылар» республика телевизион йыр бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булғайны. Яңыраҡ XII "Илһам" халыҡ-ара конкурсында ла шундай уңышҡа ирешкән. 

Рамазан "Тауыш.Балалар" конкурсында "Ласковый май"ҙың "Глупые снежинки" йырын башҡарҙы. 28 ғинуарға тиклем остаздар боролмаған иң яҡшы ҡатнашыусы өсөн тауыш биреү бара.

Ошо һылтанма  буйынса Рамазан Биккинин өсөн тауыш биреп, яҡташыбыҙға ярҙам итәйек. Йәш йырсыға проектта артабан да ҡатнашып, уңышҡа өлгәшеүен теләйбеҙ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: