12 ғинуарҙа Рәсәйҙең, шул иҫәптән ҡалабыҙҙың прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Стәрлетамаҡ ҡалаһының яңы прокуроры, өлкән юстиция советнигы Дмитрий Викторович КОРОВКИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Сығышым менән Бәләбәй ҡалаһынан булам. 2006 йылда Һарытау дәүләт хоҡуҡ академияһында “юриспруденция” һөнәрен үҙләштерҙем. Бына шул уҡыу йортон тик яҡшы билдәләргә генә тамамлауым, артабан да прокуратураға уңышлы ғына юл ярып ебәрҙе тиһәң дә була, сөнки шунда уҡ республика прокуратураһы органдарында эш башланым. Тәүҙә ведомствоның Туймазы һәм Бәләбәй подразделениеларында тәфтишсе булып эшләнем, аҙаҡтан прокурор ярҙамсыһы, өлкән прокурор һәм граждандарҙың хоҡуҡтары үтәлеше һәм азатлығы буйынса бүлектә өлкән прокурор, федераль ҡануниәт үтәлеше буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары булдым, – тип һөйләп үтте үҙенең хеҙмәт юлы хаҡында прокурор.
Республика прокуратураһы кеүек үк, ҡала прокуратураһы ла төрлө бурыстар башҡара. Эшһеҙ ҡалған граждандар хоҡуҡтарын үтәү мәсьәләләре, торлаҡ, һаулыҡ һаҡлау, пенсия ҡануниәтен үтәү, ҡарттар һәм инвалидтар хоҡуҡтарын һаҡлау, тәбиғәтте файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә, иҡтисадтың төрлө йүнәлешенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе лә хәл итә.
– Стәрлетамаҡ республикала иң ҙур сәнәғәт ҡалаһы булып тора. Өфөлә, мәҫәлән, 7 биҫтәгә 7 прокуратура тура килһә, бында 280 меңгә яҡын халыҡҡа бер генә прокуратура. Шуға күрә, бында сәнәғәт һәм йәмәғәтселек мәнфәғәттәре лә үҙ-ара киҫешә. Тотош ҡала проблемалары хәл ителә, – ти прокурор.
Дмитрий Коровкин әйтеүенсә, бигерәк тә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтарҙың артыуы, капиталь ремонт, медицина ярҙамын күрһәтеү һәм ауырыуҙарға бушлай дарыуҙар биреү мәсьәләләре көнүҙәк булып ҡала. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡалала эш хаҡын ваҡытында түләмәү проблемаһы тулыһынса юҡ ителгән тиһәң дә була, шулай уҡ бәлиғ булмағандар араһында ҡылынған енәйәттәр һаны ла кәмегән. Ә бына урлашыу осраҡтары, көнкүреш енәйәттәре иһә күпкә артҡан.
– Был енәйәттәр пандемия ваҡытында кешеләрҙең өйҙә ултырыуы, күбеһенең эшһеҙ ҡалыуы менән бәйлелер, тип уйлайым. Көнкүреш енәйәттәренә килгәндә, үлтерешкә барып етмәһәләр ҙә, ирем туҡмай, йә иһә үлтереү менән янай тип мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар бар, – ти прокурор.
Дмитрий Викторович билдәләүенсә, ҡалала виртуаль мутлашыусыларҙың “ҡармағына” эләгеүселәр һаны арта бара икән. Бигерәк тә банк хеҙмәткәрҙәре булып шылтыратыу һәм популяр интернет-сервистарҙа иғландар ярҙамында мутлашыу осраҡтары киң таралған. Мутлашыусылар банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте исеменән шылтыратып, клиенттың картаһы ябылған йәки шикле операция башҡарылған, тип хәбәр итә. Артабан ике осраҡ өсөн дә схема бер төрлө: картаның номерын, уның өс һанлы кодын әйтергә ҡушалар. Һуңынан телефонға килгән смс-хәбәрҙе лә һорайҙар. Смс-хәбәрҙә клиент паролде бер кемгә лә, хатта банк хеҙмәткәрҙәренә лә хәбәр итергә тейеш түгел тиелһә лә, кешеләр, ғәҙәттә, иҫкәртеүгә иғтибар итмәй. Һәм клиенттың иҫәбенән тиҙ арала аҡсалар юҡҡа сыға. Улай ғына ла түгел, ҡайһы берәүҙәргә тәфтиш органдары исеменән дә шылтыратыусылар булған. Телефондан билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡанда ниндәйҙер шик тыуа икән, шунда уҡ телефондан һөйләшеүҙе туҡтатырға, банктың “ҡыҙыу линияһы”на шылтыратырға кәрәк, тип үҙенең кәңәштәрен еткерҙе өлкән юстиция советнигы Дмитрий Викторович.
– Һәр дүшәмбе граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола, мин һәр кемгә асыҡмын. Иң мөһиме, һәр мөрәжәғәт иткән кешегә ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙыу, – тип өҫтәне тәжрибәле һөнәр эйәһе.
Ысынлап та, граждандарҙың мөрәжәғәте менән эшләү Стәрлетамаҡ прокуратураһының иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Ҡала прокуратураһына мөрәжәғәт итеүсе граждандар һаны кәмемәй, тимәк, был халыҡтың ышанысы тураһында һөйләй. Яйлап тормош кимәле лә, ҡануниәт тә үҙгәрә бара. Әммә ҡала прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге генә һәр ваҡыт үҙгәрешһеҙ ҡала – законға хеҙмәт итеү һәм үҙ һөнәри бурыстарын лайыҡлы, намыҫ менән үтәү.
– Барлыҡ хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ – Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Барыһына ла юғары һөнәри оҫталыҡ, кешеләр мәнфәғәте хаҡына намыҫлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем, –тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Стәрлетамаҡ прокуроры Дмитрий Коровкин.
Э.ФӘТТӘХОВ фотоһы.