Шул тиклем бер ҡатлы булғанмын
Стәрлетамаҡ химия- технология колледжы директоры Альберт Наил улы ШӘЙХЕТДИНОВ:
– Минең студент йылдарым Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты менән бәйле. Бында рус теле, әҙәбиәте һәм сит телдәр бүлеген тамамланым.
Студент йылдарымда мин шул тиклем бер ҡатлы булғанмын, тап ошо бер ҡатлылыҡ йәшлекте биҙәйҙер ҙә инде. Бар нәмәлә яҡшылыҡ күрәһең.
Әйтергә кәрәк, уҡыу еңелдән генә бирелмәне, төрлө стереотиптарға ҡарамаҫтан, филология төп һәм етди фән бит ул. Студент йылдарын янымда атай-әсәйем, ағайым булғаны өсөн яратам. Ҡала егете булараҡ, студент булһам да гел ата-әсәйем ҡанаты аҫтында булдым.
Студент булыу иң яҡшы хәтирәләр булып иҫемдә ҡалған, институттың йәмәғәт тормошонда бик әүҙем ҡатнаша торғайным. Ул йылдар мине шәхес булараҡ формалаштырыуға етди һәм конструктив йоғонто яһаны тип әйтергә була. Сөнки, уңыш тик хеҙмәт аша ғына өлгәшелгәнен аңланым. Тик хеҙмәт кенә уңыштарға юл яра. Бының өсөн бер көндә тауҙы арҡырыға борорға йәки океанды кисеп сығырға кәрәкмәй. Ә бары тик көндәлек эшеңде сифатлы итеп, ысын күңелдән яратып башҡарырға, бәләкәй генә эштәрҙе лә аҙағына еткереү мөһим. Әлбиттә, ул ваҡыттарҙа әлеге әйткәндәремде тулыһынса үтәнем тимәйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эштәрҙе һәр ваҡыт еренә еткерергә ихтыяр көсө етеңкерәмәй торғайны. Әммә мин быны ныҡлап аңланым. Был тормош фәне миңә үҙенән-үҙе генә килмәне, был – беҙҙе институтта уҡытҡан тәжрибәле остаздарҙың һәм уҡытыусыларҙың йоғонтоһо. Бының өсөн мин уларға рәхмәтлемен!
Ә инде иң яҡты хәтирәләрҙең береһе – ул зачет һәм имтихандарҙы тапшырыу, ҡулдар ҡалтырап зачет кенәгәһен асып ҡарау һәм ундағы яҡшы баһаны күреү, үҙе бер эскерһеҙ бәхет була торғайны!
Уҡыған саҡта атай булдым
Стәрлетамаҡ политехник колледжы директоры Марат Ғәйнулла улы ЗАҺИҘУЛЛИН:
– Мин Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡыным. Студент йылдарында әүҙем студент булдым, бадминтон менән шөғөлләнеп, республика буйынса призлы урындар яулай торғайным.
Ул йылдар тормошта үҙ урынымды табырға ярҙам итте, студент йылдарында беҙ үҙаллы була торғайныҡ, ата-әсәйһеҙ генә барып уҡырға документтарҙы биреп, юғары уҡыу йортона инеү имтихандарын тапшырып ҡайта торғайныҡ. Стипендиябыҙ етмәһә, тимер юл вокзалына барып вагон бушатып аҡса ала инек. Уҡыу тип тә, эшләп тә өлгөрҙөк, бер эштән дә ҡурҡып торманыҡ.
Студент йылдары миңә тоғро дуҫтар, ҡатыным менән улымды бүләк итте. Яңы ғына студент булырға йыйынған сағымдағы иң сағыу хәтирә күңелемдә мәңгелеккә уйылып ҡалды, почта аша хәбәр килгән ине, ә унда “Стәрлетамаҡ дәүләт педагия институты студенттары иҫәбенә индегеҙ” тип яҙылған!
Студент тормошо – ул йәшлек, азатлыҡ, курсташтар менән ҡыҙыҡлы аралашыу, күңелле мажаралар, имтихандарға, лотореяға ҡараған кеүек, еңел ҡараш. Быларҙың барыһын да тулыһынса тойор өсөн көндөҙгө бүлектә уҡырға кәрәк. Беҙҙең Стәрлетамаҡ политехник колледжының көндөҙгө бүлегендә нефть химияһы производствоһы аппаратсы-операторы, органик булмаған матдәләр етештереү аппаратсы-операторы, электромонтер, химик анализ лаборанты, секретарь, программа менән идара итеү станоктары операторы, слесарь эштәре мастеры; лаборант-эколог, сеймал сифатын контролләү, реактивтар, әҙер продукция буйынса лаборант; мәғлүмәт системалары һәм ресурстар операторы һәм башҡа һөнәрҙәргә эйә булырға мөмкин. Был һөнәрҙәрҙе алған йәштәребеҙ ҙә тулы студент тормошонда ҡайнап йәшәй.
Хатта уҡыуҙы ташларға ла йыйынып бөткәйнем...
Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы директоры Азамат Мәжит улы ӘҘЕЛГӘРӘЕВ:
– Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының математика һәм информатика бүлегендә уҡыған студент йылдарымды һәр саҡ йылылыҡ менән иҫкә алам. Тап ошо уҡыу йортонда ғүмерлеккә янымда ҡалған иҫ киткес яҡшы, тоғро дуҫтарымды, һәләтле уҡытыусыларҙы осратыуыма шатмын. Үҙемә килгәндә, мәктәптә уҡығанда ла, студент саҡтарымда ла спорт менән дуҫ булдым. Һәр ваҡыт институттың йыйылма командаһы өсөн уйнай торғайным, заманында волейбол буйынса беренсе разрядҡа ла эйә булдым. Курсташтарыбыҙ менән шул хәтлем ныҡ дуҫбыҙ, йыл һайын тиерлек осрашабыҙ, бына яңыраҡ ҡына уҡып бөткәнгә 25 йыллыҡты бергәләп күңелле генә итеп үткәреп ебәрҙек, уртаҡ чатта ла бөтәһе лә бар, көн һайын бер-беребеҙгә хәйерле иртәләр теләп, хәл-әхүәлдәр белешеп, байрамдарҙа ҡотлашып торабыҙ.
Уҡырға килгәс, тәүҙә өйрәнеп китеүе бик ҡыйын булды, хатта икенсе уҡыу йортона күсергә кәрәк тигән уйҙар ҙа бар ине. Әммә курсташтарым менән ныҡлы дуҫлығыбыҙ, берҙәм булыуыбыҙ бер команда булып ойошоп уҡып китергә ярҙам итте.
“Студент яҙы” фестивалдәре, төрлө ярыштар бер сағыу хәтирә булып ҡалған. Иң матур йәшлек йылдары – ул студент саҡ. Форсаттан файҙаланып, мәктәп тамамлаусыларҙы беҙҙең тармаҡ-ара колледждың студенттары булырға саҡырабыҙ. Бында беҙ ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләйбеҙ: ветеринар, тракторсы, машинист һөнәрҙәренә, һәм шулай уҡ, иретеп-йәбештереүсе, электромонтер һәм бөтә категория водителдәренә уҡый алаһығыҙ