Дүшәмбе, 6 февралдә, тейешле телеграммалар Кремль сайтында баҫылып сыҡты.
"Күп һанлы кешелектең ҡорбан булыуы, ҙур емереклектәр ҙә бик аяныслы.Һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ", - тиелә Эрдоганға.
Путин бәлә-ҡаза һөҙөмтәһендә зыян күргәндәрҙең барыһына ла тиҙерәк һауығыуҙарын теләне һәм һәләк булғандарҙың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. Шулай уҡ Рәсәй ер тетрәүҙәр эҙемтәләре менән бәйле Төркиәгә кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер, тип белдерҙе "Газета.Ru" гәзите.
#Путин