Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Февраль 2023, 11:29

ЙЫЛ ЙОМҒАҠТАРЫ НИМӘЛӘР ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘЙ?

Стәрлетамаҡ ҡалаһы гел үҙенең үҙенсәлекле осрашыуҙар, фестивалдәр, ултырыштар ойоштороуы менән башҡа ҡалаларҙан айырылып тора. Бына яңыраҡ ҡаланың төрлө тармаҡтарына йомғаҡ яһау ҙа ошоноң асыҡ дәлиле.

ЙЫЛ ЙОМҒАҠТАРЫ НИМӘЛӘР ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘЙ?
ЙЫЛ ЙОМҒАҠТАРЫ НИМӘЛӘР ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘЙ?

   Үткән аҙнала ҡала мәҙәниәт һарайында ҡаланың төҙөлөш өлкәһе буйынса йомғаҡ яһалды. Сарала Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артём Ковшов, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, хакимиәт башлығының төҙөлөш буйынса беренсе урынбаҫары Эмиль Шәймәрҙәнов һәм ҡала төҙөүселәре ҡатнашты.
   Рөстәм Фәрит улы сәләмләү һүҙендә ағымдағы йылға төҙөлөш эшмәкәрлегенең төп бурыстарын билдәләне. Был – буш төҙөлөш майҙансыҡтарын булдырыу, уларҙы инженерлыҡ инфраструктураһы менән тәьмин итеү, сафҡа индерелгән торлаҡ күләмен арттырыу, торлаҡты реновациялау, биналарҙы ремонтлау һәм яңыларын төҙөү мәсьәләләрен хәл итеү.

   – Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн төрлө ҡоралдар ҡулланасаҡбыҙ. Шул иҫәптән милли проекттарҙа, федераль программаларҙа ҡатнашыу, территорияларҙы комплекслы үҫтереү механизмын ҡулланыу, – тине Рөстәм Ғәзизов.
   2023 йылға эш йомғаҡтары һәм пландар хаҡында хакимиәт башлығының урынбаҫары Эмиль Шәймәрҙәнов ентекләп һөйләне. Һөҙөмтәләргә ҡарағанда, уҙған йылды ҡала яҡшы күрһәткестәр менән тамамлаған.
    Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса “Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө” төбәк проектының күрһәткесе 34 процентҡа арттырып үтәлгән. 2021 йылда 65 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелһә, 2022 йылда был күрһәткес 94 мең квадрат метр тәшкил иткән. 1300-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта алған. Улай ғына ла түгел, алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү буйынса ла ҙур эш башҡарылды. Уларҙың 64-е фатир асҡыстары алды. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артём Ковшов Стәрлетамаҡ республикала был проблеманы хәл иткән тәүге ҡалаларҙың береһе булыуын да билдәләне.

   Транспорт һәм социаль инфраструктуралар тураһында һөйләгәндә, Эмиль Владиславович уҙған йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Яр буйы урамы, Ботаник, Ҡырым урамдары, Академик Королев проспекты, Суханов урамынан алып Гоголь урамы буйлап юл төҙөлдө, тине. Уның оҙонлоғо 1060 метр тәшкил итә.

     Заманса ысынбарлыҡта төҙөлөш тармағы ҡоралдарының береһе булып милли проекттар тора. Мәҫәлән, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә юл хәрәкәтен ойоштороу буйынса 9 техник сара ойошторолған, дөйөм оҙонлоғо 12 километр тәшкил иткән 18 автомобиль юлдары ремонтланған.
   
     “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Ибраһимов урамындағы 1-се гимназия корпусын төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә. Шулай уҡ федераль программа буйынса 29- сы мәктәп бинаһы буйынса капиталь ремонт башланған.

     “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса Туҡаев урамында урынлашҡан 1-се балалар музыка мәктәбе бинаһын реконструкциялау буйынса эштәр башҡарылған.
   
     Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2020 йылда Стәрлетамаҡтың бер өлөшө 28 мәҙәни мираҫ объектын индереү менән төбәк әһәмиәтендәге тарихи ҡасаба тип танылды. 2022 йылда реконструкциянан һуң Комсомол урамында урынлашҡан 43-сө йортта (сауҙагәр Патрикеевтың йорто) элекке хәрби часть бинаһында офистар үҙәге, ә сауҙагәр Баязитовтың йортонда «Пиццман һәм Калачев» кафеһы асылды.
     – Торлаҡ төҙөлөшө күләменең артыуы беҙҙең өсөн амбициялы бурыс. Маҡсатыбыҙ – ҡаланың заманса образын булдырыу, ул граждандарҙың өмөттәренә яуап бирәсәк, – тип йомғаҡ яһаны Эмиль Шәймәрҙәнов. Сара аҙағында Стәрлетамаҡ ҡалаһының төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы директоры Илдар Ғүмәров уҡыу йортон үҫтереү программалары һәм уның ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне. Шулай уҡ “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы директоры Олег Бойцов һәм “ИнвестРайСтройЗаказчик” коммерция директоры Айгөл Мортазина доклад менән сығыш яһанылар. Төҙөлөш – ҡала үҫешенең төп күрһәткестәренең береһе. Тармаҡтың артабан да 2022 йылдағы һымаҡ йылдам үҫеше Стәрлетамаҡҡа һулыш биреп торасаҡ. Шуға, активта әйтелгәнсә, уға иғтибар ҙа төп урында булырға тейеш.

Фото: ҡала хакимиәте рәсми сығанаҡтарынан алынды. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: