Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2023, 18:30

Бөгөн һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө.

Ошо уңайҙан Стәрлетамаҡ ҡалаһының А. Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәгендә шаулап-гөрләп уйын-викторина үткәрелде. 

Бөгөн һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө.
Бөгөн һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө.

Әлбиттә, тыуып үҫкән ил-ерҙең яҡынлығын, Ватандың ғәзизлеген дә беҙ туған тел ярҙамында тойғанбыҙ. Шуға ла ошо уйын-викторинаның исеме лә "Атайсал" тип аталды.
- Башҡорт теле ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған рухи мираҫ. Бөгөн халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, беҙ уйын-викторина үткәрергә булдыҡ. Был уйында һеҙ ярышташ булмағыҙ, тел-терһәк менән төртөшмәгеҙ, ә фекерҙәш, рухташ булығыҙ. Кеселәр ололарҙы ололаһын, ә ололар кеселәрҙе кесе итә белһен,- тине сәләмләү һүҙҙәрендә ҡала ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Зөлфиә Абдулхай ҡыҙы Йәғәфәрова.
💥Ҡатнашыусылар бик әүҙем булып сыҡты, тиҙ генә биш командаға бүленде. "Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре", "Хазина", "Бүреләр", "Алдынғылар" һәм "Оран" командалары араһында уйын бик йәнле һәм мауыҡтырғыс барҙы. Уйын-викторинала төрлө йәштәге ҡатнашыусылар булыуы, һәр команда үҙенә генә тура килеп кенә торған исеме, девизы менән таныштырыуы байрамға тағы ла мәртәбә өҫтәне.
🌟Командалар 4 турҙа көс һынашты, үҙҙәренең белемдәрен тыуған ер, ҡала, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, уның тарихы тураһындағы һорауҙарға яуап биреп һынап ҡараны ,тәңкәләр йыйҙы. Шулай уҡ "йылмайлик"тар артында йәшерелгән башҡорт
мәҡәл-әйтемдәрен яҙҙылар.
💥Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сара шиғыр, йомаҡтар, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы тәбиғи фәндәр факультетында белем алыусы Фәйзуллина Эльвина һәм Әлибаева Юлиәнең дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Өс кешенән торған жюри ағзалары ярышты ғәҙел баһаланы. Шулай итеп, "Атайсал" квиз-викторинаһында Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының "Оран" командаһы еңеүсе булды. Башҡа ҡатнашыусы командаларҙың барыһына ла диплом һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ бүлексәһе исеменән әүҙем ҡатнашҡанды өсөн рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бөгөнгө йәмле саранан телебеҙҙең, тарихыбыҙҙың һәм мәҙәниәтебеҙҙең киләсәге үҙ ҡулыбыҙҙа икәнлеген, милләтебеҙ хаҡына ошо ҡиммәттәрҙе һаҡларға һәм үҫтерергә кәрәклеген һәр кем аңлағандыр...

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: