– Был ашамлыҡ тик йылҡы итенән һәм эс майынан әҙерләнә. Сауҙаны интернет аша алып барабыҙ. Тәүге тапҡыр ҡаҙы эшләп һатырға ҡуйғас та, ике көндә алып бөттөләр. Сөнки, беҙ баҙарҙағына ҡарағанда осһоҙораҡ хаҡҡа һатабыҙ һәм кешеләрҙең өйҙәренә үк алып барып бирәбеҙ, – тип шөғөлөнөң серен сисә Илгиз Фаат улы.
Ысынлап та, продукцияны етештереү генә түгел, уны һата ла белергә кәрәк бит әле. Был йәһәттән Вәлитовтарға улдары Инсаф та ярҙам итә икән. Ҡаҙының хаҡын яҙып, матур итеп фотоға төшөрөп, интернет селтәрҙәренә һалып та өлгөрмәй, һатып алыусылар шунда уҡ табыла!
Әйткәндәй, 4-се класта ғына уҡып йөрөгән Инсаф, интернет аша сауҙа итеү серҙәрен генә белмәй, бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ булып, спортты үҙ итеп үҫеп килә, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡара конкурстар лауреаты булып торған өлгөлө “Торатау” балалар бейеү ансамблендә, “Батыр” спорт клубында шөғөлләнә.
– Улым миңә оҡшап моңло бала инде. Мин үҙем шулай була торғайным. Бер бейеү конкурсынан да ҡалмай инем. Театр факультетына уҡырға ингем килә ине, шунан атайым артист тормошо ҡыйын, гел юлда, гастролдәрҙә үтә тип, ебәрмәне, – ти Гүзәлиә ханым. – Әммә, бер ваҡытта ла үкенгәнем булманы, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында төплө белем алып сыҡтым. Ҡалала тәүҙә мәктәптә, аҙаҡтан химия-технология колледжында уҡытыусы булып эшләп декретҡа сыҡтым. Декрет ваҡытында ла буш ултырырға яратманым, төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләндем, риэлтор эше менән дә булыштым. Ә һуңынан тәрбиәсегә уҡып сығып, бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһының балалар бүлексәһендә эшләйем. Тәүҙә ундағы төрлө ауырыуҙар менән ыҙалаған балаларҙы күреп, уларҙы йәлләп, илап, ҡыйын була торғайны. Хәҙер өйрәнеп кителде, ул балаларҙы ташлап икенсе эшкә күске лә килмәй, – тип һөйләне Гүзәлиә Миңнеғәли ҡыҙы.
Ҡыҙҙары Камилә ғаиләлә өлкән апай булараҡ, бәләкәстән ике ҡустыһы Инсаф менән Таһир өсөн яуаплылыҡ тойоп, уларҙы хәстәрлеге менән солғап, әсәһенә төп ярҙамсы булып үҫеп килә. Инсаф менән улар икәүһе лә ҡалалағы Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла уҡыйҙар. Тырыш ҡыҙ олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай, төрлө тикшеренеү эштәре менән булышырға ярата икән. Ә кескәй Таһирға әле ике генә йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй.
– Беҙ бер-беребеҙгә иғтибарлы, татыубыҙ. Ғаилә башлығы – атайыбыҙ Себер тарафтарында эшләй, балалар менән уның эштән ҡайтҡанын һәр ваҡыт һағынып көтөп торабыҙ. Балаларыбыҙға ҡарата ул һәр ваҡыт итәғәтле, гел файҙалы кәңәштәрен бирергә лә онотмай. Һәр балабыҙҙы шулай шәхес итеп үҫтерергә тырышабыҙ. Ял көндәрен, тыуған көндәрҙе ғаиләбеҙ менән үткәрәбеҙ, бергәләшеп саңғы шыуырға йөрөү ҙә беҙҙең өсөн күптән үҙе бер йолаға әйләнеп китте, – ти Гүзәлиә Вәлитова.
– Шулай, беҙ балаларға өлгө күрһәтеп, һәр ҡайҙа дөрөҫ йүнәлеш бирергә тырышабыҙ, – тип өҫтәне ҡатынының һүҙҙәрен ҡеүәтләп ғаилә башлығы.
“Йәшәүҙең ҡәҙерен белеп, был донъяла матур итеп эшләргә, балалар үҫтерергә кәрәк”, – тиҙәр Вәлитовтар. Гүзәлиәнең йәш әсәйҙәргә кәңәштәре лә урынлы яңғыраны: бала тәрбиәләү көс тә, ваҡыт та талап итә. Бигерәк тә иптәшең йыраҡта эшләһә, дилбегәне үҙеңә тоторға тура килә. Шул ваҡыттарҙа атай абруйын күтәреп, атай һүҙе менән бер булырға кәрәк. Аталары йыраҡта эштә булһа ла, балалар уны хөрмәт итеп, уның бер ҡарашынан, һүҙенән барыһын да аңларға тейештәр. Шул уҡ ваҡытта балаларға үҫешергә ярҙам итергә кәрәк, төрлө секцияларға, түңәрәктәргә йөрөтөргә кәңәш итер инем, ти. Сөнки, өйҙә ултыртып ҡына балаға дөрөҫ тәрбиә биреп булмай – шундай фекерҙә ғаилә.
Бына шулай, татыулыҡта- хөрмәттә ғүмер иткән, бер-береһен ярты һүҙҙән аңларға өйрәнгән өлгөлө Вәлитовтар ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Тап улар кеүек ғаиләләр булғанда ҡаланың, башҡорт теленең бөгөнгөһө лә, киләсәге лә бар тигән һүҙ был.
Г. ШИҺАПОВА.
Э. ФӘТТӘХОВ фотоһы.