«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, уларҙың береһе – Даян Мурзин, икенсеһе «Төньяҡ амурҙары» тип йөрөтөлә.
Хәрби хәрәкәттәр ветераны, ирекле батальондар ойоштороу штабы начальнигы Борис Гордеев һүҙҙәренсә, «Төньяҡ Амурҙары» батальонына 50 йәшкә тиклемге ир-аттар инергә мөмкин, улар махсус операцияла Рәсәй гвардияһы составында ҡатнашыр тип күҙаллана. Даян Мурзин исемендәге отрядҡа 50 йәше тулғандарҙы ла алырға әҙерҙәр.
«Мин Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын ойоштороуҙа һәм оҙатыуҙа ярҙам иттем. Ул саҡта бик күптәр ситтә тороп ҡалды. Шул ваҡыттан алып дүртенсе батальон тураһында уйлана башланыҡ. Салауат Юлаев батальонын төҙөгән состав менән йыйылыштыҡ, шулай итеп, дүшәмбе, 27 февралдә, беҙҙең Өфөләге штаб теләге булғандарҙан ғаризалар ҡабул итә», – тине Борис Гордеев.
Уның һүҙҙәренсә, әлегә улар республика хөкүмәте һәм Оборона министрлығы менән яңы батальондарға булышлыҡ итеү тураһында һөйләшеүҙәр алып бармаған. Ләкин тәүге ике көндә офисҡа отрядҡа инергә теләгән 30-ҙан ашыу кеше килгән. Ирекмәндәргә әлегә Өфө ҡалаһы, Әй урамы, 63 адресы буйынса яҙылырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 987 047 28 75 (шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә).
Хәрби тәжрибәһе булған йәки унһыҙ ҙа, хөкөм ителгән ир-егеттәрҙе, медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡабул итергә әҙербеҙ, тип билдәләне Борис Гордеев.