Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ғәҙәти булмаған һөнәрҙәргә эйә булыусылар ҙа бар ҡалабыҙҙа. Мәҫәлән, троллейбус водителе булып эшләгән гүзәл заттар йыш осрай башланы. Бына уларҙың береһе “Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһында эшләүсе Айгөл Хисмәтуллина була. Ул ерҙе файҙаланыу буйынса белгескә уҡыһа ла, күңеленә ятҡан эш һайлай: троллейбус водителе. Осраҡлы ғына эләгә ул был өлкәгә, әммә ошо һөнәргә бар йөрәктән ғашиҡ булып өлгөрә.
– Ике йыл кондуктор булып эшләнем, аҙаҡтан троллейбус водителе нескәлектәренә өйрәттеләр. Уҡыу ваҡытында троллейбусты йөрөтөү бик ныҡ оҡшап ҡалды, – ти Айгөл Хисмәтуллина.
Нимәһе ҡыҙыҡ, троллейбустың руле артына ултырғансы, ул бер ниндәй ҙә транспорт саралары менән идара итмәгән.
– Троллейбусты ғына йөрөтә алам, еңел машинаға таныҡлығым да юҡ хатта. Мин тәүге тапҡыр рейсҡа тәжрибәле остаз менән сыҡтым. Тәүҙә, әлбиттә, әҙерәк ҡурҡа инем, әммә инструктор: “Һинән яҡшы водитель сығасаҡ!” – тине. Шунан башлап, үҙ-үҙемә ышаныс тыуҙы, әкренләп мин бөтә нәмәгә өйрәндем. Хәҙер мин ҡалала 6-сы, 13, 14, 17-се һанлы троллейбустарҙы йөрөтәм, был эштә минең стаж – биш йыл ғына әле. “Тимер атым”дың габариттарына инде өйрәнеп тә бөттөм, ниндәйҙер кимәлдә үҙ-үҙеңә ышаныс уята, сөнки троллейбус менән сағыштырғанда, ҡалған автомобилдәр бәләкәс кенә кеүек күренәләр, – ти шаяртыу ҡатыш әңгәмәсем.
Айгөл Рифат ҡыҙы әйтеүенсә, уға таң һыҙылып атып килгәндә эшкә йөрөүе бик оҡшай икән.
– Кешеләрҙең иң татлы таңғы йоҡоһо мәлендә, ҡаланың буш урамдарынан елдереүе оҡшай. Әле тәбиғәт тә уянып бөтмәгән, ә мин инде күптән руль артында ултырған булам! Яратҡан маршруттарың бармы тигән һорауға, ВТС-тан сығып, Гоголь урамынан Хоҙайбирҙин урамына барған 17-се маршрут буйлап йөрөргә яратам, тине ул. –
Маршруттарымда ололар күберәк йөрөй. Шуға күрә, уларға күберәк иғтибар талап ителә. Оло йәштәгеләргә алғы ишектән инергә кәрәк, беҙ уны һәр саҡ асабыҙ. Әгәр ҙә улар троллейбусҡа өлгөрә алмай атлағандарын күрһәм, һәр ваҡыт көтөп торам, – ти тәжрибәле водитель.
Айгөл тағы ла троллейбус йөрөтөүселәр, бер-береһенә юлда һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, ти, хатта уларҙың үҙҙәре генә аңлап һөйләшә торған “тел”дәре лә бар икән! Әгәр ҙә юлда китеп барғанда ҡаршыһына осраған икенсе троллейбусҡа водитель рулгә йоҙроғон һуғып күрһәтһә, был уның төшкө ашҡа китеп барғанын аңлата. Ә инде ике йоҙроҡто бер-береһенә төйөп күрһәтһә, тимәк, юлда ниндәйҙер авария булған.
– Миңә халыҡ өсөн, хеҙмәтемдең файҙаһын тойоп эшләү оҡшай. Йәмәғәт транспортын башҡа водителдәр ихтирам итһен ине, сөнки халыҡтың күпселек беҙ өлөшөн йөрөтәбеҙ һәм улар өсөн яуаплылыҡ ғәйәт ҙур. Төп бурыс – кешеләрҙе күңелһеҙ хәлдәргә тарытмай ғына, урындарына тиклем алып барып еткереү, – ти ул.
Һөнәреңә тоғролоҡ, миһырбанлыҡ һәм һәр саҡ күтәренке кәйеф – тап Айгөлгә генә хас сифаттар был. Уға һәм бөтә руль артындағы гүзәл заттарға тигеҙ юлдар теләп ҡалабыҙ!
Г. ҠЫУАТОВА.
Э.ФӘТТӘХОВ фотоһы.