Любовь Әфләтунова – Рәсәй, Башҡортостан һәм Сыуашстан Яҙыусылар союздары ағзаһы, шағирә, прозаик, тәржемәсе, публицист, ике тапҡыр «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале лауреаты, 21 китап авторы ине. Ул республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың төрлө телдәрендә яҙылған балалар шиғриәтен популярлаштырыу өсөн күп эшләне.
Шағирәнең «Һуңғы ҡыңғырау», «Әсәй», «Йомғаҡҡай», «Каникулдар», «Яңғыҙ йөрәктәр вальсы», «Ватан тураһында йыр», «Кире ҡағам», «Ә мин каникулдарҙы яратам!» һәм башҡа шиғырҙары көйгә һалынып, халыҡ араһында таралды. Ә 2006 йылда Мәскәү музыкаль нәшриәтендә өс диск сығарылғайны: «Мәктәп йылдары», «Беҙҙең әсәйҙәр иң матурҙары», «Әкиәт дауамы». Уларҙа Любовь Александровнаның шиғырҙарына яҙылған йырҙар ҙа инә. Шағирәнең балалар шиғырҙары һәм әкиәттәре йыш ҡына «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең махсус тематик битендә баҫылып сыҡты. Ул райондың «Ауыл тормошо» гәзите, шулай уҡ беҙҙең баҫма, Стәрлетамак ҡалаһының һәм районының китапханалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә ине. Балалар менән ижади осрашыуҙарҙа йыш аралашты һәм һәр ваҡыт улар менән уртаҡ тел тапты. Ижади ҡәләмдәштәре уны «Башҡорт Агния Бартоһы» тип атай ине. Талантлы шағирә, тәржемәсе һәм яҡшы, күңелле кеше тураһында яҡты хәтер беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.
Башҡортостан, Сыуашстан һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы, 21 китап авторы, шағирә-тәржемәсе ЛЮБОВЬ АЛЕКСАНДРОВНА ӘФЛӘТУНОВА вафат булыу сәбәпле, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы, мәрхүмәнең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлаша һәм сабырлыҡ, рух көсө теләй.
Түбәндә гәзит уҡыусылар иғтибарына Любовь Әфләтунованың бер нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
МИН БЕСӘНГӘ БАРАМ
Атай менән тырма алып,
Икәү бесәнгә киттек.
Мин – ҙур инде, шуға ла бит,
Бик етеҙ барып еттек.
Өлкәндәргә ярҙам итәм,
Бесәнде күбәләргә.
Атайым маҡтап торғанға,
Баш тейҙе түбәләргә.
СИҢЕРТКӘ
Күл өҫтөндә осоп йөрөй,
Торғаны хас вертолет,
Винттары ғына күренмәй.
Аҫтан-өҫкә үртәлеп.
Ҡанат-тәпәйе лә бар,
Тик уға урамдар тар.
Шуға күлгә килгән ул,
Ҡанаттарын йәйгән ул.
МИН ТЫНЫСЛЫҠ ЯҠЛЫ
Үҫеп еттем, сығып киттем,
Ҡапҡаны ла япманым,
Һуғыш уйыны уйнарға
Бер дошман да тапманым.
Мылтыҡ тотоп атышырға
Малайҙар ҙа ҡалмаған,
Әсәйгә ярҙам итәмен,
Әлдә ул бар аңлаған.
Әсәйем бешергән икмәк
Барыһынан да татлы.
Кәрәкмәй һуғыш, мин хәҙер
Бары тыныслыҡ яҡлы.
Р.ҒӘЛИМОВА тәржемәләре.