Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ғинуар , 15:24

СТӘРЛЕТАМАҠТА "ХӘСРӘТҺЕҘ ЙӨКЛӨЛӨК" ТРЕНИНГЫ ҮТКӘРЕЛДЕ

Стәрлетамаҡ перинаталь үҙәгенең психологик бушаныу бүлмәһендә йөклө ҡатындар өсөн «Хәсрәтһеҙ йөклөлөк» тренингы үткәрелде.

СТӘРЛЕТАМАҠТА "ХӘСРӘТҺЕҘ ЙӨКЛӨЛӨК" ТРЕНИНГЫ ҮТКӘРЕЛДЕ
СТӘРЛЕТАМАҠТА "ХӘСРӘТҺЕҘ ЙӨКЛӨЛӨК" ТРЕНИНГЫ ҮТКӘРЕЛДЕ

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бүлмә «Бәхетле әсәй» проекты сиктәрендә буласаҡ әсәләр өсөн махсус рәүештә «Ғаилә» милли проекты маҡсаттарына ярашлы асылды.
Дәрес борсолоу кимәлен кәметеүгә, эске тыныслыҡ булдырыуға, буласаҡ әсәйҙәрҙең үҙҙәренә ҡарата үҙгәрештәрҙе ҡабул итеүгә һәм үҙ-үҙеңә ышанысты нығытыуға йүнәлтелде. Яҡшы мөхиттә ҡатнашыусылар үҙҙәрен ишетергә, хис-тойғоларын асыҡларға, йөклөлөккә бәйле ҡурҡыу һәм борсолоуҙар менән һаҡсыл эшләргә өйрәнде. Шулай уҡ тын алыу күнекмәләре һәм релаксация элементтары аша ҡатын-ҡыҙҙар ресурс һәм эске тотороҡлоҡ менән тулыланды.

Психологтар билдәләүенсә, бындай тренингтар үҙеңде хәстәрләү майҙанына әүерелә, бында буласаҡ һәр әсә үҙенә ярҙамды тоя һәм иң мөһиме ул барыһын да булдырасаҡ, үҙенең яңғыҙ түгел икәнлеген аңлай.

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас