Егет кеше оло йәштәге ҡатынды бер тин аҡсаһыҙ ҡалдырған. Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 85 йәшлек пенсионер ҡатынға ул үҙен эске эштәр органдары хеҙмәткәре итеп танытҡан.
Ялған "полиция хеҙмәткәре" оло йәштәге инәйгә хәүефле хәбәр еткергән: йәнәһе лә уның яҡын туғаны аварияға осраған һәм бөтә юридик һәм медицина мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итеү өсөн ҙур аҡса талап ителә. Үҙ туғанының ғүмере һәм һаулығы өсөн ҡурҡып, ышаныслы ҡатын аҡсаны бирергә ризалашҡан. Бер аҙ ваҡыт үткәс, уның өйөнә курьер килеп тә етә һәм 800 мең һум аҡсаһын ала.
Әҙерәк тынысланғас, инәй туғаны менән бәйләнешкә инә һәм планлаштырылған алдау ҡорбаны булыуын аңлай.
Енәйәтте тикшереү бүлеге белгестәре тикшереүгә ҡушылған. Аҡса тапшырылған районда тышҡы күҙәтеү камераларынан яҙмаларҙы өйрәнгәс, детективтар мутлашыусыны тотҡан. Ул Ишембайҙан 21 йәшлек егет булып сыҡҡан. Һорау алыуҙарҙа ул үҙ ғәйебен таныны.
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының «Мутлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ул алты йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙы күҙ уңында тота.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар бөтә граждандарға мөмкин тиклем уяу булыуҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Бер ҡасан да һәм бер ниндәй шарттарҙа ла хәүефле хәбәрҙәр менән шылтыратҡандарға аҡса тапшырырға йәки банк карталары мәғлүмәттәрен хәбәр итергә ярамай. Оло йәштәге туғандарыбыҙға һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаларын юғалтыуҙан һаҡлау өсөн мутлыҡтың ошондай осраҡтары тураһында даими һөйләп тороу бик мөһим.