Стәрлетамаҡта бәлиғ булмаған ҡыҙ мутлашыусыларға 500 мең һум самаһы аҡса күсергән.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, енәйәтселәр өйгә килтереү хеҙмәте эшселәре һәм Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип үҙҙәрен таныштырып, алданған юл менән ғаиләнән 500 мең һум самаһы аҡса урлаған.
Тикшереү материалдарынан күренеүенсә, билдәһеҙ кешеләр социаль селтәрҙәрҙең береһе аша ғариза биреүсенең ҡыҙы менән бәйләнешкә ингән. Улар уның исеменә ниндәйҙер тауар килтереү рәсмиләштерелгәнен хәбәр итә һәм «мутлашыуға юл ҡуймау» һылтауы менән СМС-хәбәрҙән кодты әйтергә ҡуша. Ошонан һуң, йәнәһе Рәсәй финанс мониторингы һәм Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән аралашыу булған.
Енәйәтселәр финанс эҙемтәләре ҡурҡынысы аҫтында булған аҡсаны «декларациялау» һылтауы менән бөтә булған аҡсаны уларға күсерергә күндергән. Ә был аҡсалар килтереү хеҙмәте аша илебеҙҙең икенсе төбәгенә оҙатылған да инде.
Урланған аҡсаның дөйөм суммаһы, 500 мең һум самаһы тәшкил иткән. Посылканы ебәргәндән һуң мутлашыусылар бәйләнеште туҡтатҡан.
Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш бүлеге Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 156-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Әлеге ваҡытта енәйәткә ҡағылышы булған кешеләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү саралары уҙғарыла.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса алынды.