Ауыл халҡы был акцияға ҙур теләк менән дәррәү ҡушылды. Улар үҙҙәре әҙерләгән хуш еҫле үлән сәйҙәрен йыйып тапшырҙы. Һәр япраҡ һәм үлән ҡәҙерләп урындағы болондарҙа һәм баҡсаларҙа йыйылған.
- Был сәй эсемлек кенә түгел, ә һәр пакет күңел йылыһы һәм тыуған төйәктең ҡабатланмаҫ еҫе менән һуғарылған, был сәй һәр йорттоң ысын бер өлөшө. Ошо изге акцияла ҡатнашҡан һәм яугирҙәребеҙгә ҡарата иғтибары, һөйөүе менән уртаҡлашҡан Айыусы халҡына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ баһалап бөткөһөҙ!- тиелә район хакимиәте сайтында.
Фото район хакимиәте сайтынан алынды.