

Килгән ҡунаҡтарға "Башпласт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт үҙҙәрен йылдам үҫешкән, юғары технологиялы, заманса йыһазландырылған, хатта аккредитацияланған ғилми-тикшеренеү лабораторияһының булыуы менән хайран ҡалдырҙы.
- Экскурсия, һис шикһеҙ, оҡшаны: компанияның маҡсаты - табыш алыу ғына түгел, коллектив һәм персонал тураһында хәстәрлек күреү, бында халыҡ ҡала, республика һәм ил өсөн эшләй, - тип тәъҫораттары менән бүлеште Ырымбур өлкәһенең Матвей районы хакимиәте башлығы Мөсифуллин Илнур Юнир улы.
#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026 #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ