Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
28 Ғинуар , 13:32

"ФОРУМ ЮҒАРЫ КИМӘЛДӘ"

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Кесе Ватан — Рәсәй Көсө" III Бөтә Рәсәй муниципаль форумының «Иҡтисади үҫеш» йүнәлеше буйынса "Төбәк көнө"н үткәреү сиктәрендә ҡаланың объекттарына экскурсиялар ойошторолдо

"ФОРУМ ЮҒАРЫ КИМӘЛДӘ""ФОРУМ ЮҒАРЫ КИМӘЛДӘ"
"ФОРУМ ЮҒАРЫ КИМӘЛДӘ"

Экскурсиянан һуң, ҡунаҡтарҙы түңәрәк өҫтәл форматында “Йыл директорҙары советы” һәм “Асыҡ муниципалитет: власть һәм халыҡтың үҙ-ара эш итеүенең интеграцияланған системаһы” муниципаль практикаларының презентациялары күрһәтелде һәм фекер алышыуҙар булды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров һәм ҡала Директорҙар советы рәйесе урынбаҫары, «Башпласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Василий Космынин Директорҙар советының ҡалаға көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә һәм Стәрлетамаҡҡа өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә ярҙам итеүе тураһында һөйләне. Мәҫәлән, тап Директорҙар советы ярҙамында Стәрлетамаҡта Рәсәйҙә тәүге тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү берҙәм комплекслы үҙәге асылды.
- Иртәнсәк килеп еткәс тә Стәрлетамаҡҡа практикаға яҙылдым. Был ҡала шул тиклем оҡшаны, сәнәғәт предприятиеларының асыҡлығы , әүҙем эшмәкәрлеге шатландыра. Форум юғары кимәлдә ойошторолған. Ҡала хакимиәте башлығының ҡунаҡтарға ғына түгел, ә бар халыҡҡа ҡарата мөнәсәбәте ошонда сағылалыр тип уйлайым, ә ул мөнәсәбәте бик яҡшы, тик хөрмәт нигеҙендә ҡоролған- тип үҙенең ошо форумдағы тәьҫораттары менән бүлеште
Ленинград өлкәһенең Приозерск муниципаль районы башлығы Пьянкова Ирина Геннадьевна .


#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026 #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ

"ФОРУМ ЮҒАРЫ КИМӘЛДӘ"
"ФОРУМ ЮҒАРЫ КИМӘЛДӘ"
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас