Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
28 Ғинуар , 13:18

"ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШЫУ МАЙҘАНСЫҒЫ - СТӘРЛЕТАМАҠ"

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Кесе Ватан — Рәсәй Көсө" III Бөтә Рәсәй муниципаль форумының «Иҡтисади үҫеш» йүнәлеше буйынса "Төбәк көнө"н үткәреү сиктәрендә ҡаланың "Башпласт"компанияһына экскурсия ойошторолдо.

"ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШЫУ МАЙҘАНСЫҒЫ - СТӘРЛЕТАМАҠ""ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШЫУ МАЙҘАНСЫҒЫ - СТӘРЛЕТАМАҠ"
"ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШЫУ МАЙҘАНСЫҒЫ - СТӘРЛЕТАМАҠ"

Рәсәйҙең 28 төбәгенән форумда ҡатнашырға төрлө ҡала, райондарҙан хакимиәт вәкилдәре Стәрлетамаҡтың уңышлы етештереү майҙансыҡтары һәм идара итеү тәжрибәләре менән танышты. Килгән ҡунаҡтарға "Башпласт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт үҙҙәрен йылдам үҫешкән, юғары технологиялы, заманса йыһазландырылған, хатта аккредитацияланған ғилми-тикшеренеү лабораторияһының булыуы менән хайран ҡалдырҙы. Ә компанияның төп өҫтөнлөгө лә шунда: бында эшләгән кешеләр, шуға күрә лә ул юғары етештереү мәҙәниәте менән әллә ҡайҙан айырылып тора һәм эшселәре өсөн лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдыра. Бында барыһы 318 кеше эшләй икән.
Бында кабель сәнәғәте өсөн полимер компаундтарҙың бөтә спектрын тиерлек сығаралар, компания был тармаҡ лидерҙары төркөмөнә инә.
Шәхси ҡеүәтле транспорт-логистика үҙәге предприятиеның ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ эшләүен, продукцияны ҡулланыусыға ваҡытында килтереүен гарантиялай. Поставкалар географияһы бөтә Рәсәйҙе генә түгел, яҡын сит илдәрҙе лә солғап ала.
Экскурсиянан һуң, ҡунаҡтарҙы түңәрәк өҫтәл форматында “Йыл директорҙары советы” һәм “Асыҡ муниципалитет: власть һәм халыҡтың үҙ-ара эш итеүенең интеграцияланған системаһы” муниципаль практикаларының презентациялары күрһәтелде һәм фекер алышыуҙар булды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров һәм ҡала Директорҙар советы рәйесе урынбаҫары, «Башпласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Василий Космынин Директорҙар советының ҡалаға көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә һәм Стәрлетамаҡҡа өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә ярҙам итеүе тураһында һөйләне. Мәҫәлән, тап Директорҙар советы ярҙамында Стәрлетамаҡта Рәсәйҙә тәүге тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү берҙәм комплекслы үҙәге асылды.
- Иртәнсәк килеп еткәс тә Стәрлетамаҡҡа практикаға яҙылдым. Был ҡала шул тиклем оҡшаны, сәнәғәт предприятиеларының асыҡлығы , әүҙем эшмәкәрлеге шатландыра. Форум юғары кимәлдә ойошторолған. Ҡала хакимиәте башлығының ҡунаҡтарға ғына түгел, ә бар халыҡҡа ҡарата мөнәсәбәте ошонда сағылалыр тип уйлайым, ә ул мөнәсәбәте бик яҡшы, тик хөрмәт нигеҙендә ҡоролған- тип үҙенең ошо форумдағы тәьҫораттары менән бүлеште
Ленинград өлкәһенең Приозерск муниципаль районы башлығы Пьянкова Ирина Геннадьевна .
- Экскурсия, һис шикһеҙ, оҡшаны: компанияның маҡсаты - табыш алыу ғына түгел, коллектив һәм персонал тураһында хәстәрлек күреү, бында халыҡ һәм ҡала, республика һәм ил өсөн эшләйҙәр, - тип өҫтәне Ырымбур өлкәһенең Матвей районы хакимиәте башлығы Мөсифуллин Илнур Юнир улы.
Муниципалитеттың ҙур предприятиелар һәм социаль йүнәлешле бизнес менән үҙ-ара эш итеүе ысынлап та бик файҙалы практика. Ул барлыҡ дөйөм мәсьәләләрҙе хәл итеп артабан да үҫешергә мөмкинлек бирә.
Тап Стәрлетамаҡ бөгөн муниципаль берләшмәләрҙең үҙ-ара эш итеүе, тәжрибә уртаҡлашыу һәм урындарҙа тормош сифатын яҡшыртыу өсөн ҡарарҙар эҙләү майҙансығына әүерелде.
#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026 #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ

"ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШЫУ МАЙҘАНСЫҒЫ - СТӘРЛЕТАМАҠ"
"ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШЫУ МАЙҘАНСЫҒЫ - СТӘРЛЕТАМАҠ"
"ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШЫУ МАЙҘАНСЫҒЫ - СТӘРЛЕТАМАҠ"
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас