Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль , 15:45

Алименттарҙан туңдырғысҡа инеп йәшенгән.

Балаҡатай районында суд приставтары алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән күп балалы әсәне туңдырғыста тапҡан. 

Алименттарҙан туңдырғысҡа инеп йәшенгән.
Алименттарҙан туңдырғысҡа инеп йәшенгән.

Элек ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән  ҡатындың балаларын ҡарау өсөн түләүҙәр буйынса 500 мең һумға яҡын бурысы йыйылған.Әммә енәйәт эше ҡуҙғатылыуға һәм һорау алыуға ҡарамаҫтан, ул ҡасырға маташҡан. Уның менән бергә йәшәгән ир ҡатынды өйҙә юҡ тип алдаһа ла, күршеләре уның бер ҡайҙа ла сыҡмағанын һәм өйҙә булыуы хаҡында әйткән. Эҙләү саралары барышында, приставтар уны аш бүлмәһендәге һыуытҡыста тапҡан.
Хәҙер уның артабанғы яҙмышын суд хәл итәсәк.

Фото интернет киңлектәренән алынды.

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас