Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль , 16:15

Бронза миҙал - беҙҙеке!

Ошо көндәрҙә Рәсәй спорт тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән турнир - 21-се "Сталинград кубогы" уҙҙы. Ул Волгоград дәүләт физик культура академияһында булды.

Бронза миҙал - беҙҙеке!
Бронза миҙал - беҙҙеке!

Быйыл илдең 26 төбәге атлеттары еңеү өсөн көрәште. Сталинград һуғышында еңеүҙең 83 йыллығына арналған ярыштар ҡатнашыусыларҙың юғары оҫталыҡ кимәлен генә түгел, герой-ҡаланың спорт традицияларына һәм тарихына һаҡсыл мөнәсәбәтен дә күрһәтте.
  Стәрлетамаҡ ҡалаһының Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Светлана Андрющенко 1500 метр арауыҡта бронза миҙал яуланы. Афарин!

Олимпия резервы Стәрлетамаҡ спорт мәктәбе мәғлүмәттәре буйынса

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас