"Бәләкәй" менән һөйләшеүҙә үҙәк ирекмәндәре һәм хеҙмәткәрҙәре дарыу һауыты менән файҙаланыу мәсьәләләрен тикшерҙе, яңылыҡтар менән бүлеште һәм бер-береһенә ябай, әммә кәрәкле һүҙҙәр еткерҙе.
- Ярҙам - ул әйберҙәр һәм дарыуҙар ғына түгел, иғтибар һәм бер-береңә ҡарата мәрхәмәтлек, аңлау тойғолары.Был махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн матди ярҙам кеүек үк ҡиммәткә эйә, - тине ирекмәндәр.
Үҙәк системалы эште дауам итә: бында әйберҙәр һәм медицина кәрәк-яраҡтары менән ярҙам итәләр, психологик ярҙам күрһәтәләр, документтарҙы тултырыу буйынса консультациялар бирәләр һәм кәрәкле адрестар буйынса ебәрәләр.
Үҙәктең адресы: Хоҙайбирҙин урамы, 122.
Белешмәләр өсөн телефон: 8(929)75-74-892.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәге мәғлүмәте буйынса.