Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль , 09:10

СТӘРЛЕТАМАҠ ХАЛҠЫ МАКУЛАТУРА ТАПШЫРА АЛА

Рәсәйҙә макулатура йыйыу буйынса «БумБатл» акцияһы башланды.

СТӘРЛЕТАМАҠ ХАЛҠЫ МАКУЛАТУРА ТАПШЫРА АЛА
СТӘРЛЕТАМАҠ ХАЛҠЫ МАКУЛАТУРА ТАПШЫРА АЛА

Экологик акция «Экологик именлек» милли проектына ярашлы уҙғарыла. Төп маҡсат - ҡағыҙҙы артыҡ файҙаланыуҙы кәметеү һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәтен булдырыу.
Макулатура йыйыу буйынса акцияла илдә йәшәүселәр, шул иҫәптән Стәрлетамаҡта йәшәүселәр ҙә ҡатнаша ала.
Ҡалала макулатураны ҡабул итеү пункттары:
Шәхси эшҡыуар Бутырин, Элеватор урамы, 2а, тел. 30-10-73, 89174289157, электрон почтаһы:butyrin89174289157@yandex.ru.
Эко Мир, Олег Кошевой урамы, 2а, тел. 89196147715, электрон почтаһы: ipzakirovrm@mail.ru.
«БумБатл» акцияһында ҡатнашыу өсөн бумбатл.рф проекты сайтында теркәлергә кәрәк. Теркәлгәндә ойошманы күрһәтергә йәки үҙаллы ҡатнашлығығыҙҙы раҫларға, интерактив картала яҡындағы ҡабул итеү пунктын һайларға, ҡағыҙҙы шунда алып барып, тапшырыу тураһында акт алып, уны шәхси кабинетҡа һалырға кәрәк. 2026 йыл дауамында  ҡатнашыусылар араһында шәхси ярыштарҙың яҡынса һөҙөмтәләре иғлан ителә, ә команда һәм төбәк зачёттарына 2026 йылдың мартында йомғаҡ яһала. Еңеүселәрҙе шәп бүләктәр көтә.

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас