Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Февраль , 09:00

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһында медицина кадрҙарын йәлеп итеү буйынса программа һөҙөмтәле тормошҡа ашырыла.

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының медицина һөнәренең абруйын күтәреү буйынса маҡсаттарына ярашлы дауаханала медицина белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар өсөн даими саралар үткәрелә.
Бөтә медицина округы дауалау учреждениелары баш табиптарының Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамлаусылар менән осрашыуы төп йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. 1-се ҡала клиник дауаханаһы өсөн бындай осрашыуҙар изге һәм мөһим йолаға әүерелгән. Баш табиптар студенттарға дауахана, уның мөмкинлектәре һәм ниндәй йәш белгестәр кәрәклеге хаҡында ентекле һөйләй.
- Беҙҙең өсөн буласаҡ коллегаларыбыҙға Стәрлетамаҡта асылған барлыҡ мөмкинлектәҙе күрһәтеү мөһим. Бының өсөн беҙ ата-әсәләрҙе стационар буйлап экскурсияға ла саҡырҙыҡ, унда ҡабул итеү, Төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәрен, реабилитациялау бүлектәрен күрһәттек, - тип һөйләй 1-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров.
Илшат Иншар улы Стәрлетамаҡ дауаханаһында ҡеүәтле база, тәжрибәле остаздар булыуын һәм һөнәри үҫеш өсөн ҙур майҙан булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. 2025 йылда 1-се ҡала клиник дауаханаһына 385 кеше эшкә урынлашҡан, уларҙың 52-һе - табиптар, 183 урта һәм кесе звено медицина хеҙмәткәре. Йыл һайын «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында дауахана заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, яңы бүлексәләр асыла.

#национальныепроекты#нацпроекты#Стерлитамак

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас