Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Февраль , 16:18

ИҢ ЯҠШЫ ВОДИТЕЛЬ КЕМ БУЛЫР?

14 февралдә ҡаланың «Содовик» стадионында "Ҡышҡы осорҙағы иң яҡшы водитель" һөнәри оҫталыҡ конкурсы уҙғарыла.

ИҢ ЯҠШЫ ВОДИТЕЛЬ КЕМ БУЛЫР?
ИҢ ЯҠШЫ ВОДИТЕЛЬ КЕМ БУЛЫР?

 Еңел булмаған ҡышҡы шарттарҙа ( бигерәк тә боҙлауыҡ ваҡыттарында) эшләүсе иң көслө водителдәр исеменә «Росхим» акционерҙар йәмғиәте компаниялар төркөмөнән биш команда: «Башхимтранс», ПГСС, «Транском», «Сеймал компанияһы» һәм «Защита» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре вәкилдәре ярышасаҡ.
Сара иртәнге сәғәт 9-сы яртыла башлана һәм бик мауыҡтырғыс булырға вәғәҙәләй. Конкурстан тыш, еңел автомобилдәрҙә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙ һәләттәрен күрһәтәсәк.Быныһы инде айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ һәм бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ!
Һөнәри ярыштарҙан тыш, ойоштороусылар сарала ҡатнашыусыларҙың барыһының да уңайлығы тураһында ла хәстәрлек күргән.
Байрамда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн ҡайнар аш-һыу менән ялан кухняһы ла буласаҡ.

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас