Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов оператив кәңәшмә барышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы Венер Усмановҡа ямғыр канализацияһын яҙғы ташҡынға әҙерләүҙе үткәрергә ҡушты.
- Йылғалар ташыуға әҙер булһын өсөн бер ай эсендә ямғыр канализацияларын тикшерергә һәм таҙартырға кәрәк- тине ул. Шулай уҡ ул даими нигеҙҙә ҡыйыҡтарҙы таҙартырға ҡушты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡта 17 февралдә көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Алдағы көндәрҙә һауа температураһы нулдән түбән төшәсәк.
Әгәр күп фатирлы йорт ҡыйығында боҙбармаҡтар һәм боҙлауыҡтарҙы күрһәгеҙ, тәүҙә идара итеүсе компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу идара итеүсе компанияның бурыстарына инә. Әгәр ул иғтибар итмәһә, ҡаланың административ комиссияһына йәки БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итергә мөмкин.