БӨГӨНГӨ КӨНДӨҢ ТАЛАПТАРЫ ЮҒАРЫ
Ысынлап та, һәр халыҡ вәкиле үҙенең теленә ғашиҡ булырға тейеш. Туған тел ярҙамында кеше үҙен уратып алған донъяның асылына төшөнә, башҡалар менән аралаша. Туған телде һаҡлау бөгөн иң мөһим бурыстарҙың береһе булып ҡала. Уның серҙәрен аңлау – үҫеп килеүсе быуындың бурысы. Тап ҡалабыҙҙың Ж.Кейекбаев исемендәге 3 сө гимназияһында инде күркәм йолаға әүерелгән “Кейекбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы был бурысты тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерә лә инде. Бына ошо көндәрҙә йәнә “XVIII Кейекбаев уҡыуҙары”на үҙ телдәренә ғашиҡ булыусылар йыйылды. Быйылғы конференция Халыҡ-ара туған тел көнөнә һәм 2026 йылда Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арналды.
Әйткәндәй, фәнни-ғәмәли конференцияла Башҡортостандың 32 районы һәм 14 ҡалаһынан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстан, Ҡараҡалпаҡстан һәм Хакасия Республикаларынан барлығы 400-гә яҡын эш ҡабул ителгән: унда 245 уҡыусы, 48 студент, 28 уҡытыусы һәм 49 тәрбиәсе ҡатнашты. Улар 15кә яҡын секцияла ҡыҙыҡлы асыштар менән сығыш яһаны һәм үҙҙәренең оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте.
Килгән ҡунаҡтар өсөн Жәлил Кейекбаев музейына экскурсия ойошторолдо, уҡыусыларҙың һәм өҫтәмә белем биреү педагогтарының ижади эштәренән торған сағыу күргәҙмә эшләне, ә университеттар буласаҡ абитуриенттар өсөн мәғлүмәти презентациялар күрһәтте. Бигерәк тә Хакасия Республикаһынан килгән ҡатнашыусылар тәжрибәһе һәм мәҙәниәттәре менән уртаҡлашып, был сараны ысын төбәк-ара кимәлгә әйләндереп килеүҙәре айырыуса шатлыҡлы.
Был конференция БР Мәғариф һәм фән министрлығы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы ғалимдары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының мәғариф бүлеге менән берлектә уҙғарылды. Улар барыһы ла ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса секцияларҙың етәкселәре булып торҙо.
Гимназия директоры Айгөл Басир ҡыҙы Шаһисолтанова сәләмләү һәм рәхмәт һүҙҙәре менән форумды асып ебәрҙе.
– “XVIII Кейекбаев уҡыуҙары” конференцияһында ҡатнашыусыларҙы – йыраҡ араларҙы яҡын итеп килгән ҡунаҡтарыбыҙҙы ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ! Бөгөн гимназия – йәш быуынды төрлө шарттарҙа юғалып ҡалмаған камил шәхес итеп тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотҡан инновацион белем биреү учреждениеһы. Беҙ милли асылыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың киләсәген дауам итерҙәй йәш быуынды тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Илһөйәрлек тойғоһо аша тормош ҡиммәттәрен баһалай белгән шәхестең рухи үҫешендә туған тамырҙар һәм туған телгә булған мөнәсәбәт мөһим роль уйнай. Беҙ йәшәгән осор яңы саҡырыуҙар һәм мөмкинлектәр ҡуя. Бөгөнгө көндөң талаптары ла юғары. Фән өлкәһендәге асыштар һәм яңылыҡтар, глобалләшеү, технологик прогресс һәм фекерҙәрҙең төрлөлөгө беҙҙән әүҙем гражданлыҡ позицияһын һәм патриотизмға аңлы ҡараш талап итә. Конференцияла ҡатнашыусы уҡыусыларыбыҙ, һеҙ – буласаҡ лидерҙар һәм республикабыҙҙың әүҙем граждандары, тыуған илебеҙҙең киләсәге. Фән юлына тәүге аҙымдарын яһаусы уҡыусыларға яңы асыштар, яңы еңеү үрҙәре, ҡуйған маҡсаттарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем, – тип тамамланы һүҙен Айгөл Басир ҡыҙы.
Бына инде ун һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған “Кейекбаев уҡыуҙары” фәнниғәмәли конференцияһын ойоштороусылар исеменән БР Мәғарифты үҫтереү институтының фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректоры Юлай Кинйәбай улы Аҡсулпанов, БР Мәғарифты үҫтереү институты проректоры, география фәндәре кандидаты Флүр Әмир улы Шаһисолтанов, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Мансаф улы Ҡотлошин, филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Айнур Фәнис улы Үтәев, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы педагогика һәм психология факультеты деканы Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллина сығыш яһаны. Уларҙың барыһы ла халыҡтың мәҙәниәтен һәм тарихын үҫтереүгә өлөш индергәндәре өсөн ҡатнашыусыларға ихлас рәхмәттен белдерҙе.
Тәүҙә ҡатнашыусыларҙы Юлай Кинйәбай улы тәбрикләп үтте.
– Бөгөнгө сара ҙур әһәмиәткә эйә, “Кейекбаев уҡыуҙары”нда барыбыҙ ҙа тәжрибә уртаҡлашып, яңы белемдәр алып, артабан да эштәребеҙҙе ҡанатланып эшләргә дәрт алып ҡайтайыҡ, – тип теләктәрен еткерҙе һәм БР Мәғарифты үҫтереү институты исеменән республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусылар араһында ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм һөнәри оҫталығы өсөн Айгөл Басир ҡыҙына рәхмәт хатын тапшырҙы.
Артабан һүҙ география фәндәре кандидаты, БР Мәғарифты үҫтереү институты проректоры Флүр Әмир улы Шаһисолтановҡа бирелде.
– Гимназия гел яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, уны тамамлаусы байтаҡ уҡыусылар йәмғиәтебеҙҙә лайыҡлы урындар биләй. Күркәм йолаға әүерелгән “Кейекбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы 2005 йылдан башлап уҙғарыла. Һәр йыл һайын уның географияһы киңәйә бара, хәҙер ул республика кимәлендә генә түгел, ә халыҡ-ара кимәлдә лә ойошторолған ҙур сараларҙың береһе булып тора, – тине Флүр Әмир улы.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Мансаф улы Ҡотлошин һүҙҙәренсә, бөгөн республикала туған телдәрҙе үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Яңы полилингваль мәктәптәр асыла, дәреслектәр, интерактив ресурстар әҙерләнә, төрлө саралар үткәрелә. Стәрлетамаҡтағы дөйөм белем биреү ойошмаларында 30-ҙан ашыу төрлө милләт балалары уҡый. Уҡыусыларҙың 97 проценты туған телдәрҙе уҡытыуға һәм өйрәнеүгә йәлеп ителгән, 76 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә, тыуған яҡты өйрәнеү материалын һәм туған телде төрлө түңәрәктәр формаһында өйрәнеү ойошторолған.
– Һәр йылдағыса гимназия бөтә республиканан йәш тикшеренеүселәрҙе фән байрамына йыя. Конференция программаһында төрлө йүнәлештәр буйынса тикшеренеүҙәр ҡаралған, унда яңы исемдәр асыҡлана, улар яҡын арала фән, мәғариф һәм мәҙәниәт үҫешенә үҙ өлөшөн индерәсәк, – тип һөйләп үтте үҙ сығышында Илшат Мансаф улы.
ДУҪЛЫҠ ЕБЕ БӘЙЛӘЙ АРАЛАРҘЫ
Айгөл Басир ҡыҙы йыл һайын конференция бөтә республиканан иң ижади һәм талантлы йәш тикшеренеүселәрҙе йыйыуы һәм ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ике белем биреү учреждениеһы: Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия һәм Абакан ҡалаһының Н.Ф.Катанов исемендәге Хакас милли гимназия интернаты хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған. Конференцияла яҡын сит илдәрҙән 14 ҡатнашыусы – Үзбәкстан, Ҡараҡалпаҡстан Республикаһының Нукус 1-се мәктәбе уҡыусылары онлайн форматта үҙҙәренең тикшеренеү эштәрен яҡлаясаҡ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы исеменән гимназия директоры Айгөл Басир ҡыҙына күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте һәм конференцияны юғары профессиональ кимәлдә ойоштороуы өсөн, тағы ла бөтә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға ҙур рәхмәттәрен белдереп, “Кейекбаев уҡыуҙары” артабан да йөрәктәрҙе берләштерһен, телде һаҡлаһын һәм донъяны танып белеүгә ынтылыш уятһын тигән теләктә ҡалды Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Ғәбдрәшит улы Мансуров.
– Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡатнашыусыларға иғтибар һәм ярҙам билдәһе итеп, “Ашҡаҙар” гәзите биттәрендә ошо ғилми форумда ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы биш эшен баҫтырып сығарырға тәҡдим итәбеҙ. Был бүләк авторҙарға йәмәғәтселек тарафынан танылыу мөмкинлеге бирәсәк, – тине Рәмил Ғәбдрәшит улы.
“Кейекбаев уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһының пленар ултырышын йомғаҡлап, данлыҡлы виртуоз-ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡунаҡтарға ҡумыҙҙың серҙәренә төшөндөрөп, ҡумыҙҙа уйнау алымдарын күрһәтеп, оҫталыҡ дәрестәрен дә үткәрҙе. Һуңынан уҡыусылар һәм студенттар өсөн секция ултырыштары булһа, мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмалары педагогтары өсөн һөнәри конкурстарҙың икенсе этабы уҙғарылды. Тағы ла был көндө оҙатып килеүсе уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн психологик тренинг ойошторолдо.
Һәр ваҡыттағыса “Кейекбаев уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы юғары кимәлдә үтте, бында килгән һәр кем үҙе өсөн файҙалы яңы мәғлүмәт алып ҡайтҡандыр, тип уйлайбыҙ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназия ҡарамағындағы “Алтынай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Мәрҙәнова Рәзинә Әғзәм ҡыҙы һәм педагог-психолог Ураҙаева Динара Марат ҡыҙы конференцияла “Бала телмәрен үҫтереүҙә инновацион ысул – Сторителлинг” (“Тарихи кубиктар”) темаһы буйынса сығыш яһаны.
Сарала ҡатнашыусылар фекере:
Рәзинә МӘРҘӘНОВА, “Алтынай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе:
– Балаларҙың телмәрен үҫтереү – балалар баҡсаһында дөйөм уҡытыу-тәрбиәләү эшенең бер өлөшө булып тора. Шуның өсөн телмәр үҫтереү буйынса баланың туған теленә ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тәрбиәләү, телде өйрәнеүгә теләк уятыу ата-әсәләрҙең, педагогтарҙың төп бурысы булып иҫәпләнә. Был йәһәттән “Алтынай” балалар баҡсаһында балаларҙың башҡорт телмәрен үҫтереү буйынса системалы эш алып барыла. Бөгөн беҙ секция ултырышында балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә, һүҙлек запасын байытыуҙа, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә ҡулланылған төрлө уйындар тураһында, шулай уҡ үҙебеҙҙең эш тәжрибәһендә ҡулланып уңышлы тип тапҡан “Тарих кубиктары” тураһында һөйләйәбеҙ. Кубиктар ярҙамында нисек итеп хикәйәләр уйлап табыу, балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн төрлө уйындарҙа ҡулланыуҙы күрһәтәсәкбеҙ.
Әйткәндәй, улар үҙҙәренең ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сығышы менән икенсе урынға лайыҡ булдылар.
Римма БАРГАЯКОВА, Хакасия республикаһының Абакан ҡалаһы Ф.Н. Катанов исемендәге хакас милли гимназияһы уҡытыусыһы:
– Беҙ Красноярскиға тиклем поезда, Красноярскиҙан Өфөгә тиклем самолетта осоп килеп еттек. Беҙ бындай ҙур масштаблы фәнни-ғәмәли конференцияла беренсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Үҙебеҙ менән өс уҡыусыны алып килдек. Алтынсы класс уҡыусылары Туниеков Артем “90-сы йылдарҙа Хакасия Республикаһының төп түләү саралары”, Трунова Полина үҙенең ырыуы, шәжәрәһе тураһында һөйләйәсәк. Ә һигеҙенсе класс уҡыусыһы Сульберекова Таисияның тикшеренеү эшенең темаһы “Йолаларҙы, мәҙәниәтте һаҡлаусы хакас милли кейеме”.
Саяна СУЛТРЕКОВА, Абакан ҡалаһы Ф.Н. Катанов исемендәге хакас милли гимназияһы уҡытыусыһы:
– “Әҙәбиәт һәм фольклор. Тыуған яҡты өйрәнеү” секцияһында уҡыусыларыбыҙ тәрән белемдәрен һәм сағыу сығыштарын күрһәтте. Таисия беренсе урынға, Полина икенсе урынға лайыҡ булды. Ә Артем өсөнсө урын яуланы.
Әлбиттә, уҡыусыларыбыҙың ныҡышмалылығы, таланты, белемгә ынтылышы һәм иҫ киткес һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ! Улар – беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм башҡалар өсөн өлгө булып тора. Гимназия директоры Айгөл Басир ҡыҙына, Стәрлетамаҡҡа ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, сөнки бай йөкмәткеле ғилми программанан тыш, беҙҙең өсөн мауыҡтырғыс мәҙәни программа ла ойошторолдо. Торатау геопаркын барып күрҙек, Стәрлетамаҡ тыуған яҡты өйрәнеү музейында булдыҡ һәм Стәрлетамаҡ филармонияһында башҡорт сәнғәте менән таныштыҡ.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Автор фотолары