Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан запастағы контр-адмирал Зөлҡәрнәев Батыргәрәй Сәлим улы һәм контр-адмирал Дьяконов Александр Геннадьевичҡа Стәрлетамаҡ ҡалаһының Почетлы гражданины исеме бирелде!
Тап байрам алдынан бирелгән был исемдәр ҡаланың ил һағында торған кешеләргә ихтирамын билдәләй. Беҙҙең адмиралдарҙы һәм бөтә Стәрлетамаҡ халҡын был ваҡиға менән ҡотлайбыҙ! Бындай кешеләрҙең өлгөһө йәш быуынды бөйөк ҡаҙаныштарға илһамландырһын тигән теләктә ҡалабыҙ!