Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Февраль , 18:35

“ҮҘЕМДЕ ЙӘЛЛӘМӘЙЕМ, ИҢ МӨҺИМЕ ИЛЕБЕҘҘӘ ТЫНЫСЛЫҠ БУЛҺЫН!”

Шундай фекерҙә өсөнсө быуын ил һаҡсыһы “Леон”

“ҮҘЕМДЕ ЙӘЛЛӘМӘЙЕМ, ИҢ МӨҺИМЕ ИЛЕБЕҘҘӘ ТЫНЫСЛЫҠ БУЛҺЫН!”
“ҮҘЕМДЕ ЙӘЛЛӘМӘЙЕМ, ИҢ МӨҺИМЕ ИЛЕБЕҘҘӘ ТЫНЫСЛЫҠ БУЛҺЫН!”

... Луганск өлкәһе, йыйылма уҡсылар ротаһының ҡаршыһына 11-12 йәшлек бер бала кескәй һеңлеһен етәкләп йылмайып килә. Хәрбиҙәр, баланы бала тип күреп уларға ла ҡарап йылмая, бына ул яйлап хәрби колонна янынан атлай. Һәм... ҡапыл көслө шартлау, күҙ асҡыһыҙ төтөн һәм янғын!


  – Беҙҙекеләрҙең 22 машинаһы, складтар янып бөттө. Иң ҡыҙғанысы әллә күпме хәрбиҙәр һәм был малай үҙенең һеңлеһе менән һәләк булды. Бына шулай һуғыш бер кемде лә айырмай ҙа, бер кемде лә аямай. Ә бит ул малайҙың ышанысына инеп, дошмандар юрамал беҙҙең яҡҡа ебәргән. Ул беҙҙе “һатты”, дошмандарға беҙҙең ҡайҙа булыуыбыҙ билдәле булды, – тип хәтерләй йөрәгендә уйылып ҡалған фажиғә тураһында “Леон” позывнойлы яугир.
   Бөгөнгө көндә ул махсус хәрби операцияла пилотһыҙ осоу аппараттары операторының ярҙамсыһы, йәғни икенсе пилоты булып хеҙмәт итә. “Леон” махсус хәрби операцияла хәрби бурысын уңышлы үтәгәне өсөн Шайморатов миҙалы менән, күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн II дәрәжә “Ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
  – Нигеҙҙә, тирә-яҡтағы хәлде тикшереү, автоматик рәүештә эшләгәндә пилотһыҙ аппаратты әҙерләү, уны эшләтеп ебәреү һәм күҙәтеү өсөн яуап бирә. Әгәр осоу ҡул режимы менән башҡарылһа, пилотһыҙ осоу аппараты менән туранан-тура идара итә. Кешенең ҡатнашыу дәрәжәһе пилотһыҙ осоу төрөнә бәйле, – тип таныштырҙы ул үҙенең яңы һөнәре менән. Әйткәндәй, хәҙерге пилотһыҙ осоу аппараттары күп нәмәне үҙҙәре – тирә-яҡтағы хәлде баһалай, батарея заряды ҡалыуын күҙәтә белә, шуға күрә пилот яғынан ҡатнашыуҙы һәм иғтибарҙы аҙыраҡ талап итә икән. Әммә профессиональ моделдәрҙә күп нәмә өсөн пилот яуаплы. Ул пилотһыҙ осоу аппараттарының нисек һәм ҡайҙа, ниндәй тиҙлектә һәм бейеклектә осоуын, маршрутта ҡаршылыҡтар булмауын күҙәтә.
– Ниндәй кеше пилотһыҙ осоу аппараты пилоты була ала тигән һорауыма “башлы” булырға тейеш – ул нимәне, нисек һәм нимә өсөн эшләгәнен аңларға тейеш. Тик ошо рәүешле генә талап ителгән һөҙөмтәгә өлгәшеп була. Автоматик рәүештә осоу режимдарында ваҡытты һәм ресурстарҙы планлаштыра белеү мөһим., – тине яугир
– Бик киң спектрлы эштәрҙе башҡара ул БПЛА пилоты – осошта колоннаны оҙатып йөрөү, төркөмдө координациялау, осоштан һуң иҫән ҡалғандарға ярҙам итеү – тип һөйләп үтте “Леон”.
  Ул үҙе Бөрйән бөркөтө, 2015 йылдан алып хәрби хеҙмәттә. МХО-ла ул тәүге көндән алып ҡатнаша. Үҙе һайлап алған юлдан ышаныслы атлай, бер ҙә үкенмәгән дә, шикләнмәгән дә.
– Мин контрактҡа ҡул ҡуйҙым һәм бер аҙнанан махсус хәрби операция башланды ла инде. Шуға күрә, МХО-ның беренсе көнөнән алып мин бында тиергә мөмкин. Үҙем бер нисә быуын ветераны, атайым Афған һуғышы ветераны, иң ауыр ваҡыттарҙа хеҙмәт иткән олатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ике ағайым да хәрби хеҙмәттә, береһе – махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды, – тип бәйән итте ул үҙенең хәрби хеҙмәт юлы тураһында.
 – МХО-ға килгәндә тәүҙә артиллерист булып хеҙмәт иттем, унан һуң уҡсы, сапер... Пилотһыҙ осоу аппаратының икенсе пилоты, йәғни оператор ярҙамсыһы булып үҙ теләгем менән килдем, сөнки йәштәргә ярҙам итеү теләге менән янам. Был эштең бөтә нескәлегенә төшөнөүемде әле лә дауам итәм, барыһын да көйләргә, эш урынына барып етергә ярҙам итәм, осҡандан һуң күк йөҙөн күҙәтәм, кәрәк саҡта төркөмдө һәм үҙебеҙҙекеләрҙе ҡаплайым. Шулай төркөмдөң эше алға барһын өсөн төрлө һөнәрҙәргә өйрәнәбеҙ, – ти МХО яугиры.
Ике ай эсендә яугир ун бер кешене һуғыш яланынан сығара, шул иҫәптән ике ауыр яраланыусыны ла үлем тырнағынан ҡотҡара. Үҙеңде йәлләмәйенсә, егеттәр һәм тылдағылар өсөн эшләйһең икән, барыһы ла яҡшы була, барыһы ла килеп сығасаҡ тигән фекерҙә “Леон”.
Уның бөгөнгө көнгә тиклем яу яланында булырға ла, иң яҡын кешеләрен – ағайҙарын юғалтырға ла, еңеү-еңелеүҙәрҙең нимә икәнен белергә лә тура килә. Шуға күрә лә, һәр кеше ғүмерҙең ҡәҙерен белһен. Әллә күпме яраланғаным булды. Үҙемде йәлләмәйем, киреһенсә, хәлемдән килгәнсә башҡаларға ярҙам итергә тырышам. Иң мөһиме илебеҙҙә тыныслыҡ булһын! – тине ул һүҙе аҙағында.

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас