Уйынды асыу тантанаһында сәләмләү һүҙҙәре менән саҡырылған ҡунаҡтар – хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Ҡаҙанғолов Рауил Фәнил улы һәм БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф бүлеге эксперты Рәхимова Рәмилә Салауат ҡыҙы сығыш яһанылар. Сараны музыкаль яҡтан ҡала мәҙәниәт һарайының «Аҡбуҙат» ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Ниғмәтуллин Илфир Илфат улы башҡарыуында дәртле көйҙәр һәм мәкәтәптең уҡыусылар коллективы йыры биҙәне.
Килгән ҡунаҡтар өсөн мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо, улар музейға барҙылар, штаб менән таныштылар.
Төрлө райондарҙан килгән командалар үҙ-ара ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс “Илгиҙәр” уйынында көс һынашты. Интеллектуаль уйында генерал-майор М.М.Шайморатовтың тормошо һәм хәрби ҡаҙаныштары, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихы, башҡорт халҡының батырҙары тураһында һорауҙар бар ине. Уйында 6-8 класс уҡыусылары ҡатнашты. Шайморатовсылар бирелгән һорауҙарға тапҡыр яуап биреп үҙҙәренең командаларына балл тупланылар. Һорауҙар башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә яңғыраны.
Сәмле ярыштарҙан һуң урындар билдәләнде. 6-сы кластар араһында беренсе урынды Иглин районының Д.С.Тикеев исемендәге 4-се һанлы мәктәбе яуланы. 7-се кластар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө һанлы полилингваль күп профилле мәктәбе уҡыусылары, ә 8-се класс уҡыусылары араһында Иҫәнғолдоң башҡорт гимназия-интернаты яуланы.
Шайморатовсылар бөтәһе лә иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Уҡыусылар икенсе йылға ла уйында ҡатнашырға теләк белдереп, таралыштылар.
Мортазина Г.Р.
Даутова Н.Ә.
Вәхитова В.С.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.