Юлсылар оҙайлы ҡыштан һуң юлдарҙы тәртипкә килтереү буйынса эштәрҙе Элеватор урамынан башлап ебәргән. Артабан, Островский һәм Сәғитов урамдарының киҫелешендәге юлдарҙы, Хоҙайбирҙин, Октябрь проспекты, Ленин проспекты, Профсоюз урамынан алып ҡаланың химия заводының ҡулсаһына тиклем юл япмаһындағы соҡорҙарҙы ямау эштәре алып бара. Шулай уҡ Ноғоманов, Техник урамдарындағы күперҙе төҙөкләндереү һәм Ольховка йылғаһы аша һуҙылған күперҙе ремонтлау эштәрен тамамлаған да инде.
Әткәндәй, яңыраҡ республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә лә, яҙғы осорҙа төбәк юлдарын соҡорҙарҙан ремонтлауға әҙерлек мәсьәләһе тикшерелгәйне. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров:
– Юлдарҙа барлыҡҡа килгән соҡорҙар – автомобилдәр һәм водителдәр өсөн үтә хәүефле. Йылыта башлағас та, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
2019 йылдан юлсылар юл инфраструктураһын контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһын файҙалана. Ул соҡорҙарҙы күҙәтергә һәм уларҙы бөтөрөү ваҡытын контролдә тоторға мөмкинлек бирә. 2025 йылда уның ярҙамында республика юлдарында 113 меңдән ашыу етешһеҙлек юҡ ителгән.
Әлеге һауа торошо һалҡын ҡатнашма ярҙамында ғына юл япмаһының етешһеҙлектәрен бөтөрөргә мөмкинлек бирә. Был ҡатнашма филиалдар буйынса 2200 тоннанан ашыу бүленгән – был йылы миҙгел башланғанға тиклем етә. Апрелдә 25 асфальт-бетон заводын асыу күҙаллана. Шуға күрә, подрядсылар төбәк юлдарындағы барлыҡ етешһеҙлектәрҙе 1 июнгә тиклем хәл итергә бурыслы. Ә Стәрлетамаҡ ҡалаһында юлдарҙы ремонтлау эштәре әлегә дауам итә.