Росхимдың федераль проектына әүерелгән Башҡортостан сода компанияһының был башланғысы хәҙер РФ Мәғариф министрлығының олимпиадалар исемлегенә индерелде.
Быйылғы уҡыу йылында ярыштар илдең 7 төбәгендә, 15 ҡалаһында һәм 17 майҙансығында үтә. Башҡортостандан тыш, проектҡа Пермь, Алтай һәм Приморье крайы, Волгоград һәм Воронеж өлкәләре ҡушылған.
Башҡортостанда һынауҙар өс майҙансыҡта - Стәрлетамаҡ химия-технология колледжында һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Химия технологиялары һәм инжиниринг институтында, шулай уҡ Салауат индустриаль колледжында үтте.
Беҙҙең төбәктән 250 уҡыусы теоретик этапта ҡатнашты.
Теоретик тур йомғаҡтары буйынса иң яҡшы конкурсанттар практик этапҡа саҡырыласаҡ, унда улар лабораторияла эшләү күнекмәләрен һәм практик мәсьәләләрҙе сисеү алымдарын күрһәтә аласаҡ.
Әйткәндәй, ӨДНТУ үҙенең филиалдарының ҡайһыһына булһа ла инергә теләгән олимпиада еңеүселәренә 7–10 өҫтәмә балл бирә.
Фотолар ҡала хакимиәтенең рәсми сайтынан алынды.